Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 17:10

“Ә минең әсәй булғым килә!”

– Ирем туйға тип һалынған аҡсаны, минән дә һорамай, уйынға тыҡҡан. Әсәйем менән ҡәйнәм иһә мине ғәйепләй...

Әлиәнең* тормошо матур ғына барған кеүек ине. Үҙенең тырышлығы, сәмселлеге, маҡсатлылығы менән барыһына ла өлгәште. Хәҙер тулы бәхет өсөн, нигеҙҙә, барыһы ла бар: яратып кейәүгә сыҡҡан ире, үҙе теләп алған белеме буйынса эше, бына тигән йәшәр урыны...
Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ситтән генә яҡшы күренгән. Ә ғәмәлдә, ҡатындың үҙе һөйләүенсә, ире төрлө уйындар менән мауыға икән. “Туйға тиклем был хаҡта бер нәмә лә һиҙмәгәнмен. Ирем электән казинола уйнаған икән. Туйға тип һалынған аҡсаны, минән дә һорамай, уйынға тыҡҡан. Шунан һуң ғына асыҡланды кем икәнлеге. Башта ул был сумманы апаһына биреп торҙом тине. Бер нисә ай үткәс, туғанынан һораһам, был хәл дөрөҫ булмай сыҡты: баҡһаң, казинола еңелгән...”
Ошо хәлдән һуң ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡ тыуған да, бер аҙҙан һиллек урынлашҡан. Ир яҡшы урында эшләгәндер, бәлки. Насар ғәҙәтенән ҡотолорға ла теләгәндер, тик бер эләккән ауҙан тиҙ генә сығып булмаған, күрәһең. Шулай итеп, әлеге һиллек яу алдынан күҙәтелгән тыныслыҡ һымаҡ булған. Башта ғаилә бюджетынан бер нисә мең “осһа”, аҙаҡ 10 һәм унан да күберәк сумма аҡса юғала башлаған.
“Аңлатыуын һорағас, компьютерын асып, бик ризалашмай ғына үҙенең онлайн-казинола уйнағанлығын күрһәтте. Шул ваҡытта асыуым килеп: “Теләһә нәмә эшлә, аңламағасһың! Үҙеңдең аҡсаңды үҙең тотон, минекенә яҡын юлайһы булма!” – тинем. Хәҙер, асыҡланыуынса, дуҫтарына, туғандарына һәм башҡаларға 500 мең һум тирәһе бурысы бар”, – ти Әлиә, йәне көйөп.
“Түҙер әмәлем ҡалманы: айырылышырға ҡарар иттем. Барыһы ла тиерлек фекеремде яҡланы. Ә бына әсәйем менән ҡәйнәм мине ғәйепләй, иреңде иң ауыр мәлендә ташлайһың, тиҙәр. Улар әйтеүенсә, мин уны “бурыс соҡоро”нан һөйрәп сығарырға тейешмен. Ә мин хәҙер иремә ышанмайым, алдауҙарынан арыным. Унан да бигерәк, йәмәғәтем балабыҙ булыуын теләмәй. Ә минең әсәйлек шатлыҡ-ҡыуаныстарын бик тә кисергем килә: ваҡыт туҡтауһыҙ, бер кемде лә йәлләмәй үтә. Янымда “Әсәй!" тип өндәшер бәләкәсемдең булыуын теләйем...” - ти ҡатын.
*исемдәр үҙгәртеп алынды.
Фото: "Бәйләнештә".
Башҡортостан гәзитенән.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: