Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 17:15

"Ҡыйығы киткән..."

Кемгә - көлкө, кемгә - ҡайғы тигәндәй, йорттоң хужаһына бер ҙә ҡыҙыҡ түгелдер әле был хәл...

Дүртөйлө районының Түбәнге Аташ ауылында дауыл бер ҡатлы шәхси йорттоң ҡыйығын кирбестәре менән бергә осороп төшөргән. Кешеләр ул яңы төҙөлөп ятҡан тип күҙаллай, сөнки ҡыйыҡ нығытылмаған булған. Улар хатта инцидентты фотоға төшөрөп, интернет селтәренә лә һалырға өлгөргән.
Социаль селтәрҙәрҙә ҡайһы берәүҙәр: "Бына нисек була икән ул "ҡыйыҡ китеү", - тип шаяртҡан.
Кемгә - көлкө, кемгә - ҡайғы тигәндәй, йорттоң хужаһына бер ҙә ҡыҙыҡ түгелдер әле был хәл...
Фото социаль селтәрҙән.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: