Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 18:45

Ашығыс ярҙам водителе коронавирустан вафат булған

Башҡортостанда ашығыс ярҙам водителе вафат булған. Туғандары һүҙҙәренсә, ул коронавирустан үлгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тикшереү башлаған.

Башҡортостанда ашығыс ярҙам водителе вафат булған. Туғандары һүҙҙәренсә, ул коронавирустан үлгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тикшереү башлаған.Май аҙағында Өфөнөң «ковидлы» пациенттар дауаланған Дим дауаханаһында Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының 54 йәшлек ашығыс ярҙам водителе Радик Исхаҡов вафат булған. Ир 3 майҙа ауырып киткән, ә 7 майҙа уны инфекция госпитале итеп үҙгәртелгән Дим дауаханаһына күсергәндәр. 29 майҙа, өс аҙна сирләгәндән һуң, ул яҡты донъя менән хушлашҡан.Водителдең үлеме тураһында мәғлүмәт тәүҙә телеграм-каналда барлыҡҡа килгән һәм шунда уҡ ирҙең коронавирус инфекциялы сирлеләрҙе носилка менән ташыуы хаҡында хәбәр ителгән. Ләкин уның үлеме тураһында һығымтала COVID-19 күрһәтелмәгән. Документта Радиктың киҫкен респиратор сиренән һәм «башҡа инфекция агенттары барлыҡҡа килтергән» пневмониянан вафат булыуы яҙылған.mkset.ru баҫмаһы мәрхүмдең улы менән аралашҡан. Улы һүҙҙәренсә, атаһы менән бергә уның бригадаһындағы фельдшер ҙа ауырыған, ләкин ул ауыр сирҙән һуң йүнәлә башлаған, Радиктың организмы күтәрә алмаған. Ирҙе ябыҡ табутта ерләгәндәр.Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айҙар Салауатов әйтеүенсә, әле тикшереү алып барыла, ирҙең үлем сәбәбен асыҡлау өсөн биологик материал, шул иҫәптән коронавирусҡа мазок алынған. Һөҙөмтәләр 30 көн эсендә әҙер була. Әгәр Исхаҡовтың коронавирустан үлеүе асыҡланһа, уның ғаиләһенә 2,7 миллион һум аҡса түләнергә тейеш.Дауахана етәксеһе дауаханала шәхси һаҡланыу саралары менән проблема булмауын айырым билдәләп үтте. «Ул саҡта ла юҡ ине, хәҙер ҙә юҡ».Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге мәлдә коронавирус пандемияһы ваҡытындаһәләк булған медицина хеҙмәткәрҙәренең «Хәтер исемлеге»нә Башҡортостандан ике табип – Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы Елена Никонорова һәм Өфөнән 28 йәшлек терапевт Наил Саматов индерелгән.Сығанаҡтар: Башинформ, Мксетфото: Мксет
Читайте нас: