Яйыҡ
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 17:55

Балаларға түләүҙәрҙе арттырыуҙары ихтимал

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаһы булған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләүҙе арттырырға йыйына. Р

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаһы булған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләүҙе арттырырға йыйына. Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков хөкүмәттәге брифингта ошо хаҡта хәбәр итте.
«2021 йылға беҙгә ошо түләүҙең ғаиләне фәҡирлек сигенән сығарыу өсөн уның дөйөм килем күләмен формалаштырыуға етәме, юҡмы икәнен анализлау бурысы йөкмәтелде. Киләсәктә уны арттырыу тураһында мәсьәләне ҡарарбыҙ», — тип министрҙың һүҙҙәрен килтерҙе ТАСС.
1 июндә өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам программаһы старт алды. Йән башына уртаса килеме йәшәү минимуынан түбән булған ғаиләләрҙең ошо түләүгә хоҡуғы бар. Бындай ғаиләләргә Рәсәй субъектында бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумының яртыһы түләнә, был иһә илдә уртаса 5,5 мең һум тәшкил итә. Башҡортостанда балаға пособие күләме — 4 894,5 һум, ә ғинуарҙан июнгә тиклемге осорҙо иҫәпкә алып, яҡынса 30 мең һум була.
Ғариза биреү һәм түләү тәғәйенләү тәртибе тураһында тулыраҡ бында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1457748-v-rossii-mogut-povysit-vyplaty-na-maloimushchikh-semey-s-detmi-s-3-do-7-let/
Читайте нас в