Яйыҡ
-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 17:53

Өлкән йәштәгеләр COVID-19 ғаиләлә йоҡтора

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһының таралыу формаһы үҙгәрҙе. Быға тиклем кешеләр сирҙе башлыса йәмәғәт урындарында һәм медицина учреждениеларында йоҡторһа, хәҙер ғаиләлә йоҡтороу осраҡтары теркәлә.

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһының таралыу формаһы үҙгәрҙе. Быға тиклем кешеләр сирҙе башлыса йәмәғәт урындарында һәм медицина учреждениеларында йоҡторһа, хәҙер ғаиләлә йоҡтороу осраҡтары теркәлә. Был хаҡта «Башинформ»ға республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
«Инфекция ҡарттарҙы аяҡтан йыға. Беҙ Дағстандағы кеүек ауырыуҙы ғаиләлә йоҡтороу осраҡтарын теркәйбеҙ. Ғаиләлә яңы сығанаҡтарҙың вахтасыларҙың күпләп ҡайтыуы менән бәйле булыуы ихтимал. Улар коронавирусты сирҙең билдәләрһеҙ формалары рәүешендә алып ҡайтыуы мөмкин», — тине Забелин.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, өлкән йәштәгеләр коронавирус инфекцияһын ауыр формала үткәрә, ҡайһы берҙә үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыу, реанимация саралары талап ителә. Өлкәндәр сирҙе башлыса туғандары – инфекция йөрөтөүселәр менән бәйләнешкә ингәндән һуң йоҡтора.
http://www.bashinform.ru/news/1458219-v-bashkirii-uchastilis-sluchai-vnutrisemeynykh-zarazheniy-koronavirusom-pozhilykh/
Читайте нас в