1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә берҙәм форма индерелә. Ләкин әлегә дүрт районда ғына.Киләһе уҡыу йылынан Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарының 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә. Был райондар пилот проекты итеп һайланған.Берҙәм мәктәп формаһы моделдәрен фотола күрергә мөмкин. Шулай уҡ формала республика символикаһы менән билдәләр була.