Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 18:40

Мәктәпте тамамлаусылар, һеҙҙең өсөн һөйөнөслө яңылыҡ!

Быйылғы уҡыу йылы барлыҡ мәктәп уҡыусылары, айырыуса сығарылыш кластары өсөн үҙенсәлекле булды. Коронавирус эпидемияһы уҡыу процесына ла, имтихандар тапшырыу шарттарына ла төҙәтмәләр индерергә мәжбүр итте.

Быйылғы уҡыу йылы барлыҡ мәктәп уҡыусылары, айырыуса сығарылыш кластары өсөн үҙенсәлекле булды. Коронавирус эпидемияһы уҡыу процесына ла, имтихандар тапшырыу шарттарына ла төҙәтмәләр индерергә мәжбүр итте.
6 апрелдә башланған дистанцияла уҡыу ике айға яҡын дауам итте, ошо осорҙа барлығы 1,5 миллион онлайн-дәрес үткәрелгән. Шуныһы ҡыуаныслы: нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, уҡыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға, өҙөклөктәр тыуҙырыуға юл ҡуйылманы.
Сығарылыш кластары уҡыусыларына ҡағылышлы яңылыҡтар, имтихандар теҙмәһе, уларҙың нисек үтеүе хаҡында даими хәбәр итеп киләбеҙ. Шуға күрә был яҙмала уларға ҡабатлап туҡталып тормайбыҙ, ә бары тик юғары уҡыу йортона инеүгә ҡағылышлы яҡшы хәбәр хаҡында әйтеп үтмәксебеҙ.
Быйыл юғары уҡыу йорттарына ғаризалар биреү онлайн алымда 18 июндә башланасаҡ. Республиканың мәғариф министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ойошторған онлайн-лекторий барышында быйыл дәүләт кимәлендә төбәктәрҙәге юғары уҡыу йорттарына бюджет урындары күберәк бүленәсәге тураһында хәбәр итте.
Әле үк Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 1073-кә күберәк тәшкил итә. Был күрһәткестең тағы артыуы ихтимал.
Фото: collegegrad.ie
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: