Яйыҡ
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 18:20

Оло кешене йәлләмәгәндәр

Тикшереү барышында енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтындағы кешенең йорто эргәһендәге мунса мейесендә янып бөтмәгән бирсәткә һәм бысаҡ табылған. Ә мунса башында 18 мең аҡсаның ятҡанлығы асыҡланған.

Әлшәй район-ара тәфтиш бүлеге ошо райондың Отрада ауылынан 37 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлаған. Төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2019 йылдың 11 авгусында 85 йәшлек бабайҙың үҙ йортонда үлтерелеүе хаҡында хәбәр килгән. Ауылда йәшәгән кешеләргә һорау биргәндә 37 йәшлек иргә шик төшкән. Өҫтәүенә уның муйынында яра эҙҙәренең барлығы асыҡланған. Тик ир уның ҡайҙан килеп сыҡҡанлығын аңлата алмаған.
Тикшереү барышында енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтындағы кешенең йорто эргәһендәге мунса мейесендә янып бөтмәгән бирсәткә һәм бысаҡ табылған. Ә мунса башында 18 мең аҡсаның ятҡанлығы асыҡланған.
Урындағы магазин һатыусыһы шик аҫтындағы ирҙең танышының ҡанлы аҡсаға спиртлы эсемлек алыуы хаҡында белдергән. Ошо барлыҡ дәлилдәр һөҙөмтәһендә ир ҡылынған енәйәтте таныған.
Былтыр 10-нан 11 авгусҡа ҡарай төндә шик аҫтындағы ирҙең, оло йәштәге кешенең аҡсаһы барлығын белеп, өйөнә ингән һәм уны бысаҡ менән сәнскеләгән. Үҙ торлағына ҡайтҡас, ул кейемен яҡҡан һәм танышына урланған аҡсаны биреп, спиртлы эсемлек алырға һораған.
Ир “талау”, “үлтереү”, “талау менән бергә үлтереү” статьялары буйынса ғәйепләнә. Был енәйәт эше судҡа ебәрелгән.
Фото: 4vsar.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в