Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 11:05

Ҡырын ҡылмыш ҡиммәткә төшә

Араҡы спекулянттары тураһында

Мансур ауылында бер әбей былтыр законһыҙ рәүештә араҡы һатып тотолған була. Златоустан килгән билдәһеҙ ирҙәрҙән шешәһен 150 һумдан алып ҡала, һуңынан ауылдаштарына 200 һумдан һата. Күпмелер ваҡыттан хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡулына эләгеп, законһыҙ сауҙа өсөн 15 мең һум административ штраф түләүгә хөкөм ителә (пенсионер булып йәлләткәндер инде, был статья менән 50 мең һум штраф һалыныуы ла мөмкин). Тик эш бының менән генә тамамланмай бит әле. Был әбей йәнә араҡы һатып тотолдо. Тәү тапҡыр булмағас, хәҙер инде енәйәт эше ҡуҙғатылды, тип хәбәр итте беҙгә эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова. РФ Енәйәт кодексының 171.4-се статьяһы буйынса 80 мең һумға тиклем штраф һалыныуы мөмкин. Был осраҡта 1600 (!) шешә һатҡандан керерлек табышҡа бәрәбәр сумма килеп сыға бит – был тиклемде ысын магазиндар ҙа тиҙ булдыра алмаҫ....
Фальсификат араҡыны һатып алыусыларға ла уйланырлыҡ урын бар. Беренсенән, ауыл спекулянтынан тартып алынған араҡы ҡәҙимгесә 40 түгел, 33 градус ҡеүәтлек икәнлеге асыҡланды. Икенсенән, химик тикшереү барышында составында һеркә альдегиды, метанол (зәһәр ағыу!), сивуха майҙары һәм башҡа заралы матдәләр табылды. Динара Фәнил ҡыҙы ошондай тағы ла бер осраҡ тураһында һөйәләне. Был тапҡырҙа ла законһыҙ рәүештә араҡы һатҡан әбейгә башта административ штраф һалынған була, быйыл йәнә тотолғас, енәйәт эше лә ҡуҙғатылды. Шул ғына айырма инде – фальсификат араҡыны Учалы ҡалаһынан килгән билдәһеҙ таксист бирҙе тип аңлата, бер генә шешә һаттым, тип аҡланһа ла, өйөндә 26 шешә акцизһыҙ араҡы, пластик бутылкаларға ҡойолған байтаҡ алкоголле шыйыҡса табыла. Полицияға биргән аңлатмаһына күҙ һалдыҡ - шыр ауырыумын, пенсиям ни бары 13 600 һум, тип йәлләтеп маташа. Әллә инде, ун өс мең һум да яңғыҙ башҡа астан үлерлек түгел. Күңел зәғиф булғандар ғына ҡартайған көндә лә нәфсегә баш була алмайынса , донъя малына туймайынса енәйәтсел һәм ғонаһлы ҡылмышҡа тотоналарҙыр буғай, тәүбәгә килегеҙ!
Материалдың тулы варианты – гәзиттә.
Читайте нас: