#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Башҡортостанда юл ремонты эштәре шул иҫәптән ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Шулай, ағымдағы йылда Өфө ҡалаһы юлдарҙы ремонтлау эшенә бик әүҙем тотондо. Әлеге ваҡытта ғына эштәр бер юлы 16 объектта бара. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин махсус хеҙмәттәргә ҡалалағы юл ремонты барышын әүҙем контролдә тоторға ҡушты.
– Бөгөн эштәр әүҙем рәүештә бара. Айырым алғанда, Академик Королев, Дмитрий Донской һәм Көньяҡ тыҡрығында юл япмаһын алмаштыра башланылар, ә Архитектур урамында асфальттың өҫкө ҡатын һалып бөтөп баралар. Ошо көндәрҙә унда юл тамғалары һыҙыласаҡ, – тине ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡалала башҡарылған юл ремонты эштәре шул иҫәптән ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә лә тормошҡа ашырыла. Быйылғы юл төҙөлөшө миҙгелендә милли проект ярҙамында дөйөм оҙонлоғо 21 километр булған 22 юл участкаһын норматив хәлгә килтерергә йыйыналар.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.