Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 18:30

Юлына ҡабан килеп сыҡҡан

Рузалина Ш. үҙе “Лада Гранта” машинаһына идара иткән булған. Тик уның юлына ҡайҙандыр ҡапыл ҡабан килеп сыҡҡан.

30 майҙа Ҡазан дәүләт университеты студенты – 23 йәшлек ҡыҙ – Башҡортостандан ҡайтып барған.
Рузалина Ш. үҙе “Лада Гранта” машинаһына идара иткән булған, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Тик уның юлына ҡайҙандыр ҡапыл ҡабан килеп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә йәнлек менән бәрелешкән машина кюветҡа осҡан.
Татарстандың Минзәлә районында теркәлгән был һәләкәттә Башҡортостан ҡыҙының, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алынған йәрәхәттәрҙән фажиғә урынында ғүмере өҙөлгән. Юлдарҙа һаҡ булырға саҡырабыҙ. Транспорт сараһының юғары хәүеф сығанағы икәнлеген онотмау зарур.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: