Яйыҡ
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 18:20

Сүп-сар реформаһы дауам итә

Ҡала-районыбыҙҙа сүп-сар реформаһы дауам итә.

Ҡала-районыбыҙҙа сүп-сар реформаһы дауам итә. Ғәҙәттәгесә, ер ҡарҙан әрселеү менән ҡала-районыбыҙҙа өмәләр, “таҙа кесаҙна”лар ойошторола. Беҙ барыбыҙ ҙа быға күптән күнегеп бөткәнбеҙ һәм һәр ойошма-учреждение үҙ биләмәһен таҙартыуға, тәртипкә килтереүгә ныҡлы иғтибар бүлә. Быйыл, пандемия булыу сәбәпле, күмәк өмәләр кисектерелеп торҙо. Шулай ҙа бихисап учалылар, барлыҡ гигиена талаптарын күҙәтеп, эргә-тирәбеҙҙе сүп-сарҙан таҙартыуға, ағастарҙы, бордюрҙарҙы аҡлауға күп тырышлыҡ һалды.
Сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырыуҙа ауыл халҡы ла дәррәү ҡатнаша. Һәр ауылда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын туплау өсөн махсус контейнерҙар – “кәмәләр” ултыртылған. Алдан билдәләнгән графикка ярашлы, ҡала-районыбыҙҙы хеҙмәтләндереүсе оператор – “Эко-сити” йәмғиәте – ҡый-һыпырҙы ваҡытында алып сығыуҙы үҙ иңенә алған. Ауыл ерлегендә ғәҙәттә һәр ғаилә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын пакетҡа һалып, “кәмәләр”ҙә ҡалдырып китә. Ә бына ҡалала сүп-сар контейнерҙары эргәһендә төҙөлөш эштәренән һуң ҡалған бүрәнә, кирбес, таҡта кеүек көс еткеһеҙ материалдар ҡалдырып китеүҙәре, әлбиттә, операторҙың эшен күпкә ҡатмарлаштыра. Законға ярашлы, бындай ҡаты ҡалдыҡтарҙы хужа үҙе утилләштерергә тейеш бит.
Мәҫәлән, кисә, 4 июнь көнө ойошторолған “Таҙа кесаҙна”ла ҡала-районыбыҙҙа 300-ләп кеше ҡатнашҡан.
Гүзәл Латипова.
Фотола Иҫтамғол ауылынан, ҡаланан күренештәр.
Читайте нас: