Кейем-һалымды кейергә ярамай, һынап ҡарау тыйыла Көн һайын сауҙа үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренең температураһын үлсәйҙәр. Әгәр ул 37,2 градустан юғары һәм ОРВИ билдәләре булһа, эшләү тыйыла.Килгән кешеләрҙең дә температураһын үлсәйҙәр.Ингән урында дезинфекция саралары булырға тейеш.Компания прокат менән шөғөлләнһә, инвентарҙы һәр клиент алдынан һәм унан һуң таҙартырға кәрәк.Кейем-һалымды кейеп ҡарарға ярамай Продукттарҙы һынап ҡарау тыйылаҺәр 20 квадрат метр урынға бер кешене генә индерергә рөхсәт ителәБыл ҡағиҙәләр сауҙа үҙәктәренә генә түгел, ә барлыҡ һатыу нөктәләренә, автосервистарға, прокат үҙәктәренә, кер йыйыу йорттарына ҡағыла.