Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 17:45

Сирлеләр һаны аҙайған

5 июнь көнө журналистар өсөн уҙғарылған брифингта Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов коронавирусҡа бәйле төбәгебеҙҙәге хәлдәр менән таныштырҙы. Баш табип хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан алып ҡала-районыбыҙҙа егерме биш кешелә лаборатор рәүештә COVID-19 асыҡланған. 22 кеше һауыҡҡан. Өс кешенең сире еңел формала үтә, улар өйҙә, амбулатор рәүештә дауалана.

Үҙәк ҡала дауаханаһының инфекция бүлегендә ойошторолған провизор госпиталендә пневмония һәм киҫкен респиратор ауырыуы диагнозы менән 21 кешене дауалайҙар. Уларҙан ике тапҡыр коронавирусҡа анализ алынған, вирус раҫланмаған.
Һуңғы өс йылды алып ҡарағанда, тап ошо айҙарҙа пневмония менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелгән. Мәҫәлән 2018 йылдың апрелендә 18, былтыр – 21, быйыл – 25 кешегә ошо диагноз ҡуйылған.
“Урал” балалар шифаханаһында ойошторолған изолятор бөгөнгө көндә эшләүҙән туҡтаған. Мәғлүм булыуынса, унда иң тәүҙә сир сығанағы булған Ҡыуатов исемендәге республика клиникаһы дауаханаһынан ҡайтҡан өс кешене һалғандар ине. Һуңынан ковид госпиталенән сыҡҡан ике төркөм медицина хеҙмәткәрҙәре изоляцияла булды.
COVID-19 йоҡтороп та, үҙ аллы ҡурсаланыуға мөмкинлектәре, шарттары булмаған кешеләрҙе хәҙер Белорет клиник дауаханаһының Тирлән участка дауаханаһында ойошторолған изоляторға ебәрәсәктәр.
Читайте нас: