Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь 2020, 13:00

Башҡортостандан вахтасы Саянскиға тәүге коронавируслы ауырыу бүләк иткән.

Башҡортостандан вахтасы инфекция булмаған ҡалаға коронавирус алып килгән

Башҡортостандан вахтасы инфекция булмаған ҡалаға коронавирус алып килгән30 майҙа Екатеринбургтан ике вахтасы Иркутскиға килгән. Аэропорттан уларҙы эшселәр автобусы менән ике ай эсендә коронавирус йоҡтороуҙың бер осрағы теркәлмәгән Саянск ҡалаһына килтергәндәр.Ирҙәрҙе бер фатирға урынлаштырғандар, ә аҙаҡ икенсеһенә күсергәндәр. Ә предпритиятиеның үҙенең ҡунаҡханалары ла бар. Эшселәр изоляция режимын үтәмәгән – ҡала ҡыҙырған, магазиндарға йөрөгән.2 июндә улар өйҙә коронавирусҡа анализ тапшырған. Берәүһендә, яҡташыбыҙҙа, тест ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Ирҙә сирҙең билдәләре юҡ, ул инфекция йөрөтөүсе генә. Уны Черемхово ҡалаһына дауаланырға ебәргәндәр.— Беҙ ике ай буйына ҡалаға коронавирус инфекцияһын индереүгә юл ҡуйманыҡ, — тип белдерҙе Саянск мэры Олег Боровский. — Ситтән килгәндәр изоляция тәртибен үтәй ине. «Саянскхимпласт» ошо белгестәрҙең килеүе хаҡында ҡала дауаханаһын да, Роспотребнадзорҙы ла иҫкәртмәгән. Предприятие белгестәргә изоляция ваҡытында командировка хаҡын түләмәү өсөн экономияларға хәл иткән һәм Саянскиға тәүге коронавируслы ауырыу бүләк иткән. Предприятие етәкселеге 40 мең халыҡ йәшәгән ҡалаға ҙур әшәкелек ҡылған. Хәҙер бында инфекция таралыуы ихтимал.Прокуратура ла тикшереү башлаған.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: