Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь 2020, 19:30

Мунса сирҙән дауа

Ҡайын миндеге – иң файҙалыһы. Тәнде мускулдарҙы йомшарта, тирене төрлө сирҙәрҙән, эренле яраларҙан дауалай. Тын юлдарына, тамаҡҡа шифаһы күп. Миндек бешекләнгән һыуҙа сәсте һәм тәнде йыуырға һәйбәт. Ҡайын япрағы төнәтмәһе сәс тамырына ҡеүәт бирә, ҡауаҡты бөтөрә, тәнде сафландыра.

Ял көндәрендә һәммәбеҙҙә мунса төшәбеҙ! Беҙҙең яҡтарҙа был көн үҙе бер байрам кеүек ҡабул ителә. Сабыныуҙың ләззәте тураһында әйтеп үтәһе лә түгел. Мунса – йыуынып сығыу урыны ғына түгел, күп сирҙәрҙән дауа ла. Хәҙерге заманда инде мунсалар, ғәҙәттә, йән дә, тән дә таҙарынырлыҡ, шифа алырлыҡ, ял итерлек итеп төҙөлә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тә: “Таҙалыҡ – ярты иман”, – тип әйткән бит.Тик миндектәр, сабыныу тураһында беләһегеҙ микән?Мунса миндектәре төрлө ағас һәм үләндәрҙән әҙерләнә. Июль – миндек йыйырға иң ҡулай мәл. Ниндәй шифа алырға теләүеңә ҡарап, бер генә төрлө миндек яһарға ла, төрлө ағас-үлән ҡушып, гөлләмә-миндек бәйләргә лә мөмкин.Ҡайын миндеге – иң файҙалыһы. Тәнде мускулдарҙы йомшарта, тирене төрлө сирҙәрҙән, эренле яраларҙан дауалай. Тын юлдарына, тамаҡҡа шифаһы күп. Миндек бешекләнгән һыуҙа сәсте һәм тәнде йыуырға һәйбәт. Ҡайын япрағы төнәтмәһе сәс тамырына ҡеүәт бирә, ҡауаҡты бөтөрә, тәнде сафландыра.Имән миндеге тән тиреһе майлы булғандарға ҡулай. Ул тиреләге артыҡ майҙы бөтөрөүгә булыша, биттәге һытҡыларҙы юҡҡа сығара. Аяҡтары тирләүсән кешеләргә имән миндеге ныҡ килешә.Йүкә миндеге баш ауыртыуын дауалай, бөйөр эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Һыуыҡ тейгәндә иң шәбе – йүкә миндеге: тын юлдарын киңәйтә, тынысландыра.Ылыҫлы ағас ботаҡтарынан яһалған миндек ҡатыраҡ, уны кәмендә ун минут ҡайнар һыуҙа бешекләйҙәр. Бындай миндекте ҡайындан яһалғанына ҡушыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Ҡан әйләнешен шәбәйтә, тын алыуҙы иркенәйтә.Кесерткән миндеге арығанлыҡты бөтөрә, тынысландыра.Беҙҙә, ғәҙәттә, ҡайын миндегенә лә, башҡаларға ла бер нисә мәтрүшкә ҡушалар. Етмеш төрлө сиргә дауа һаналған был үлән миндектең хуш еҫен, шифаһын арттыра. Бына шундай шәп нәмә ул мунса һәм миндек. Әммә йәндәге керҙе бер мунса ла йыуа алмай. Шуға ла күңелдәрҙе тапһыҙ һаҡлау хәйерле!
Читайте нас: