“Ни өсөн ғаиләләге ир менән ҡатын мөнәсәбәтен гел бер төрлө генә яҡтыртаһығыҙ ул? Тик ир ғәйепле, һеҙҙеңсә. Етешһеҙлек атта ла, тәртәлә лә, тигән әйтемде ишеткәнегеҙ барҙыр бит?”Ошондай һорау бирҙе миңә ҡапыл бер танышым, беҙҙең гәзиттең сайтын даими уҡып барған ир кеше. Унан үҙ тормошон бәйән итте.“Мин дуҫлашып йөрөгән ҡыҙыма ғашиҡ булғас, уның яратыуы тураһында һорашманым да. Минең һөйөү икебеҙгә лә етерлек, уны бәхетле итеремә тамсы ла шигем юҡ ине. Тыйнаҡ, аҡыллы, инсафлы үҙебеҙҙең милләт ҡыҙын кәләш итеп алдым.Бик матур башлап ебәрҙек ғүмер һуҡмағын, яҡты хыялдар ҡорҙоҡ, күпме бала үҫтерәсәгебеҙ тураһында ла һөйләштек. Тормош юлын кеше фатирында башлаһаҡ та, ниндәй шарттарҙа ла беҙгә бергә рәхәт ине.“Ине” тим, сөнки бәхетле тормош оҙаҡҡа һуҙылманы. Балабыҙ тыуыу менән кәләштең холҡо үҙгәрҙе лә китте: мыжыҡҡа әйләнде, өҫ-башына ла иғтибар итмәй башланы, ваҡыт булманы, тип тамаҡҡа ла әҙерләмәй, минән дә булмағанды таптыра, күпме аҡса тотторһам да, әҙ күренә, бер юлы бөтә нәмә булдырыуҙы талап итә. Былай ҙа бер түгел, ике эштә бил бөгәм, ныҡ арыйым. Ә өйҙә йөҙө һытыҡ ҡатын, илаҡ бала ҡаршы ала. Сабыйҙы ҡарашырға бер ҙә ҡаршы түгелмен, тик кәләштең шундай бойороулы тоны, мине булдыҡһыҙ кеүек күреп хәбәр һөйләүе, аңламауы һарыуымды ҡайната.Арыйҙыр, уныһына һүҙ юҡ. Тик ул кеше балаһын ҡарамай ҙа һуң, үҙ сабыйыбыҙҙың һәр хәрәкәтен ҡыуанып, яратып ҡарап ултырғыһы килмәйме ни? Улыбыҙҙы талаш алмаһына әүерелдереүе һис тә оҡшамай миңә. Ә алдан өс бала тураһында хыялланған булғайныҡ тағы.Иң оҡшамағаны – ҡайтып инеү менән ҡый биҙрәһен тоттороуы. Ҡыйынмы ни һиңә, тиһегеҙҙер. Юҡ, ауырлығын күрмәйем, әммә ишектән инеүгә икенсерәк төрлө мөнәсәбәт өмөт итәм шулай ҙа. Элекке кеүек яғымлы йылмайып ҡаршы алһа ине лә бит... Былай ҙа бөтә эштә ярҙам итергә генә торам.Ҡатындар үҙҙәренән биҙҙереп ситкә тибәләр ҙә шунан “һулға” йөрөгән ирҙәренә аптырай башлайҙар. Мин дә бит йөҙө һытыҡ, һәр саҡ ҡәнәғәт булмаған, асыулы, әрпеш ҡыҙға ғашиҡ булмағанмын, түҙемлек тә ҡоростан түгел...”