Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2020, 12:05

Таланттар марафоны

Бөтә Рәсәй “Таланттар марафоны” старт алды. Ул “Демография“ милли һәм “Күп балалы Рәсәй” проекттарына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ.

Бөтә Рәсәй “Таланттар марафоны” старт алды. Ул “Демография“ милли һәм “Күп балалы Рәсәй” проекттарына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ. Ғаилә традицияларын популярлаштырыу, балаларҙың ижади мөмкинлектәрен киңәйтеү, үҫтереү, күп балалыҡтың йәмәғәт статусын күтәреү – уның ылыҡтырғыс маҡсаты.
Кем ойоштора тиһегеҙме? Балаларҙы яҡлау фонды һәм Мәскәү ҡалаһының күп балалы ғаиләләр берекмәһе. Конкурс өс номинация –хореография, вокал, нәфис һүҙ - буйынса үткәрелә. Тәүге этап дистанцион рәүештә үткәрелә, аҙаҡ иң сағыу сығыштар Мәскәүҙә конкурс финалында күрһәтеләсәк. Дәүләт Кремль залы һеҙҙе көтә, йәш таланттар!
Бөтә Рәсәй конкурсы финалында “Владимир Путин һәм Рәсәй ғаиләләре” фото күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Хөрмәтле күп бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр, белмәй ҡалмағыҙ, аҙаҡ үкенерһегеҙ, һеҙҙең талантлы балаларығыҙҙың ҡыйыу рәүештә конкурста ҡатнашыуын теләйбеҙ! Бөтә һорауҙарығыҙ менән 8-915-240-45-92 телефонына шылтыратығыҙ.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в