Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 10:45

Бассейн төҙөлөлөшө тамамлана

«Демография» милли проектына ярашлы, Федоровка районында бассейн төҙөлөп бөтөп килә.

Федоровка районында «Демография» милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә йөҙөү бассейны төҙөлөшө тамамлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Майҙаны 1,4 мең квадрат метрҙан ашыулыҡ бассейн 2018 йылдың йәйендә төҙөлә башлағайны. Уның үткәреү һәләте — сәғәтенә 40 кеше.
Проект 25 метрлыҡ дүрт юлды, шулай уҡ кейенеү бүлмәһен, вестибюль, гардероб, тренер, табип һәм шәфҡәт туташы кабинеттарын һәм башҡа биналарҙы күҙ уңында тота.
«Бөгөнгә төп төҙөлөш эштәре башҡарылған. Төҙөүселәр эске биҙәкләүҙе тамамлай, тышҡы биҙәкләү ҙә тамамланып килә. Инженер селтәрҙәрен монтажлау эштәре алып барыла, биләмә төҙөкләндерелә», — тип өҫтәнеләр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1458632-v-fedorovskom-rayone-bashkirii-zavershaetsya-stroitelstvo-basseyna/
"Башинформ".
Читайте нас: