Йыл һайын йәмле июнь айында илебеҙҙә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Был көн пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға һ.б. - ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүселәргә арнала.
Районыбыҙҙың социаль хеҙмәткәрҙәре лә ярҙамға мохтаждар мәнфәғәтен ҡайғырта, улар тураһында даими рәүештә хәстәрлек күрә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур көс һала.
Социаль ярҙам күрһәтеү башлыса өй йыйыштырыу, иҙән йыуыу, саң һурҙырыу, дарыу, аҙыҡ-түлек һатып алып килтереү кеүек ябай ғына көндәлек эштәрҙән торһа ла, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәте ошо исемлектән генә ғибәрәт тип әйтеп булмай. Был өлкәне һайлағандарға башҡаларҙың хәленә инә белергә, үҙе ҡараған өлкәндәр, инвалидтар менән йәнле аралашырға, уларҙың хәсрәттәрен үҙ йөрәктәре аша үткәрергә, кәрәк икән кәңәшсе лә булырға тура килә.
Ахун ауылында йәшәүсе Миләүшә Мәғәсүмова үҙ ауылындағы 17 кешене хеҙмәтләндерә. Был эшкә өс йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡ тотонһа ла, үҙе ҡараған инәй-бабайҙарҙың ышанысын һәм хөрмәтен яулап, уларҙың үҙ кешеһенә әйләнгән. “Өлкәндәрҙең үтенесен кире ҡаҡмай, хатта төп бурысына инмәгән ярҙамдарҙы ла күрһәтә, уңдыҡ Миләүшәбеҙҙән”, - тиҙәр уның хаҡында.
Был өлкәлә сабыр, кешеләрҙе аңлай белгән, үҙ-үҙенә талапсан, кешелекле һәм кеселекле кешеләр эшләй. Өлкәндәрҙең күбеһе ярҙамдан бигерәк йылы һүҙгә, аралашыуға мохтаж, шуға ла улар менән уртаҡ тел табыу, уларҙың ышанысын яулау мөһим.
- Үҙем хеҙмәтләндергән әбей-бабайҙарым барыһы ла яҡшы кешеләр, заманында тырышып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар. Уларҙы ла, эшемде лә бик яратам. Был һөнәрҙең төп нигеҙе - кешелеклелек, итәғәтлелек һәм иплелек, - ти Миләүшә Абдулла ҡыҙы.
Айгөл Даушева ла Ахун ауылында оло йәштәгеләрҙе хеҙмәтләндерә. Уның ҡарамағында 16 кеше. Эш стажы ла апаруҡ ҡыны - 10 йылға яҡын. Социаль хеҙмәткәр ололарға һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итеп, өйҙә тәртип һәм ҡот булдырып ҡына ҡалмай, күңелдәрен тынысландыра, йыуата ла.
- Минең өсөн социаль хеҙмәткәр профессия ғына түгел, ә күңел торошо ла. Ярҙам күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, һәр береһе менән уртаҡ тел табырға тырышабыҙ, хәл-әхүәлдәрен белешәбеҙ, эс серҙәрен тыңлайбыҙ. Бер-беребеҙгә эҫенеп, эйәләшеп китәбеҙ, - ти Айгөл ханым.
Ахун ауылының социаль хеҙмәткәрҙәре эштәрен яратып башҡара. Улар ҡараған оло йәштәгеләрҙең күптәренең балалары ла бар, ләкин көн һайын ҡайтып әсәләренә ярҙам итергә мөмкинлектәре юҡ. Шуға ла бар мәшәҡәттәр социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә ята.
Хеҙмәтенән, тормошонан йәм табып, кешеләргә изгелек нуры сәсеп йәшәгән барлыҡ социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ. Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр. Һеҙҙең дә ярҙамға мохтаждарға күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә сауап булып әйләнеп ҡайтһын!