Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 17:25

Лагерҙар асылырға әҙер

1 июлдән ике меңдән ашыу балалар һауыҡтырыу лагерҙары асылырға әҙер.

1 июлдән ике меңдән ашыу балалар һауыҡтырыу лагерҙары асылырға әҙер. Уларҙың хеҙмәткәрҙәре ябыҡ режимда вахта алымы менән эшләргә тейеш. Ата-әсәләр шәмбеһе булмай. Санитар контроль максималь кимәлдә ойошторола. Был турала онлайн уҙғарылған «Мәғариф сәғәте»ндә Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин һөйләне.
«Беҙҙә балалар күп. Бөтәһе лә арыған һәм ял итергә теләй. Ләкин лагерҙы асырҙан алда, бөтә нормаларҙың да үтәлгәнме, юҡмы икәнен биш тапҡыр уйлағыҙ. Әгәр рөхсәт ителгәндән һуң лагерҙа сир сығанағы табылһа, сменаны асҡан кешеләргә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатыла. Эпидемиологик хәл яҡшырмаһа, асмай тороғоҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республикала онлайн-сменалар әүҙем башланды. 70 меңдән ашыу бала дистанция режимында интерактив конкурстарҙа һәм квестарҙа ҡатнаша, буш ваҡытын ҡыҙыҡлы үткәрә. Башҡортостандың онлайн-сменалар тәжрибәһе Рәсәйҙең Мәғариф министрлығында юғары баһа алды – республика проекттары федераль ресурстарға урынлаштырылды. Айбулат Хажин билдәләүенсә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 400-ҙән ашыу бала республиканың онлайн-лагерҙарында ҡатнаша. «Мәғариф сәғәте»ндә Илеш районының «Орлёнок» лагеры тураһында ла һүҙ барҙы.
«Орлёнок»ты асһаҡ, яңы лагерҙар ойоштороу менән шөғөлләнербеҙ. Республикабыҙ ғорурланырлыҡ аҡыллы һәм шәп егет-ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтереү өсөн», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
http://www.bashinform.ru/news/1458724-v-bashkirii-k-otkrytiyu-s-1-iyulya-gotovy-bolee-2-tysyach-detskikh-lagerey/
Читайте нас: