Яйыҡ
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 17:35

Мортаза Рәхимов та коронавирус йоҡторғанмы?

Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовта та сирләй башлаған тигән хәбәр таралған. Белдерелеүенсә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы әлеге ваҡытта дауаханала ята.

Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовта та сирләй башлаған тигән хәбәр таралған
Белдерелеүенсә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы әлеге ваҡытта дауаханала ята. Табиптар уны бик иғтибарлап тикшерә һәм ҡарай. Уның хәле ауыр түгел тиелә.
ProUfu баҫмаһы Мортаза Рәхимов менән бәйләнешкә ингән һәм сирләүе тураһында үҙенән һорашҡан. Мортаза Ғөбәйҙулла улы белдереүенсә, ул ысынлап та икенсе көн дауаханала ята, тик COVID унда теркәлмәгән.
Баҡһаң, беренсе президент күреү һәләте буйынса дауалана икән. Унда ОРВИ симптомдары булған өсөн, талаптарға ярашлы, коронавирусҡа ла анализ алғандар. Һөҙөмтә буйынса, унда был инфекция юҡ. Компьютер томографияһы иһә унда пневмония билдәләре булыуын күрһәткән, тик ул үтеп киткән тиерлек.
- Температурам юҡ, үҙемде яҡшы тоям, - тигән Мортаза Ғөбәйҙулла улы телефон аша.
Икенсе көн рәттән уға бөтәһе лә шылтыратып хәлен белешә икән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та шылтыратҡан, уға күстәнәскә ҡымыҙ, емеш-еләк ебәргән.
- Виноградты бик ашамайым мин, нығыраҡ картуф яратам, ә бына ҡымыҙын ихлас эсәм. Радий Фәрит улына хәстәрлеге өсөн рәхмәт. Башҡа шылтыратҡан һәм мине ҡайғыртҡандарға ла рәхмәт. Барыһына ла һаулыҡ теләйем!, - тигән ул.
1993 йылдан алып 2010 йылға тиклем Башҡортостан Президенты булған Морзата Рәхимовҡа 86 йәш тулды. Уға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Тиҙерәк һауығып сыҡһын!
Фото: yandex.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: