Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 18:15

Рәнйетмәгеҙ әсәләрҙе!..

Әсә берҙән-бер ғәзиз балаһын, күҙ ҡараһы кеүек ҡурсалап, яңғыҙы үҫтергән икән. Ә ауырлы саҡта ире эскән, ҡатынын йәберләгән, хатта ҡул күтәргән. Йәш әсә, сабыйын ҡулына алғас та, улын был ҡанһыҙлыҡтан ҡотҡарыу ниәтенән айырылып ҡайтып киткән.

Гөлназ Асаеваның “Рәнйетмәгеҙ ғәзиз әсәләрҙе” тип йырлағанын тыңлағас, мәсет ишеге янында бер ҡатын менән һөйләшеү иҫкә төштө. “Улым тәүфиҡҡа ҡайтһын” тигән өмөт менән хәйер бирергә килгәйне ул иман йортона.Әсә берҙән-бер ғәзиз балаһын, күҙ ҡараһы кеүек ҡурсалап, яңғыҙы үҫтергән икән. Ә ауырлы саҡта ире эскән, ҡатынын йәберләгән, хатта ҡул күтәргән. Йәш әсә, сабыйын ҡулына алғас та, улын был ҡанһыҙлыҡтан ҡотҡарыу ниәтенән айырылып ҡайтып киткән.Ипле генә һөйләшкән, бөхтә итеп кейенгән әҙәпле ҡатынға ҡарап, балаһы ла бик игелекле булып үҫкәндер, тип уйлап та өлгөрмәнем, әсәй кеше ҡыйыш уңалған ҡулын күрһәтте. Буй еткергән улы һындыра һуҡҡан, имеш. “Закон бар бит” тигән һүҙҙәремде ишетеү менән, әсә кеше, ҡобараһы осоп, тирә-яғына ҡаранды. Алма ағасынан алыҫ төшмәгән, улының холҡо атаһыныҡына оҡшаған икән. Хас уның кеүек эсеүен, утыҙға етеп тә йүнләп эшләмәгән улының, аҡса таптырып, әйтмәгән һүҙ ҡалдырмай ҡыйырһытыуын, хаяһыҙ уҫал булыуын йөрәкһеп һөйләне яңы танышым.Йөҙ йәшкә етеп барған әбейҙе тәрбиәләгән, балаһына ел-ямғыр тейҙермәҫкә тырышып, ғүмер буйы яңғыҙы донъя йөгөн һөйрәгән әсәһенә ҡул күтәргән әҙәм аҡтығын нисек ер йөрөтә икән?!Ә ҡатын… “ҡорбан” роленә күнгән дә баһа. Алтмыштан үткән кешегә, бәлки, тормошҡа үҙ ҡарашын булдырырға, үҙе өсөн йәшәргә ваҡыттыр? Сит илдәрҙәге кеүек, беҙҙә лә ғаилә психологы булдырыу дөрөҫ булыр ине, минеңсә.Беҙ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, әлдә лә ҡурҡаҡ, йыуаш булып ҡалабыҙ. “Ожмах - әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тигән йыр һүҙҙәре йөрәккә үтеп инә. Был ҡатындың улы ла бер ваҡыт ғаиләле, балалы булыр. Бәлки, аңына килер - тик һуң булмаҫмы?Йәштәр ошо йырҙың һүҙҙәренә юҡһа, иғтибар итһен ине. Юҡһа, берәй 20 йылдан көнкүрешебеҙҙең ҡот осҡос хәлдә ҡалыуы ихтимал.Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Кем ғәйепле бында, йәмғиәтме, үҙебеҙме?
Автор: Хәлиҙә Шәйәхмәтова
Читайте нас: