Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 17:45

Яндырып ҡотолорға булғандар

Йылайыр урмансыһын яндырып ҡотолорға уйлағандар!

Йылайыр урмансыһын яндырып ҡотолорға уйлағандар! Йылайыр районының рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылары урман хужалығы хеҙмәткәренән ҡотолоу өсөн, уны юҡ итергә уйлағандар: ғаиләһе менән йоҡлап ятҡан өйгә ут төрткәндәр. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәй. Ғәйепләнеүселәр тотолған. Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡып, һатыу иткән 23 һәм 40 йәшлек ирҙәргә ҡарата тикшереү эштәре барған булған. Белдереүҙәренсә, урмансы уларҙың законһыҙ эшмәкәрлек алып барыуҙарына аяҡ салған. Шунлыҡтан "эшҡыуарҙар" урман хужалығы хеҙмәткәренән шулай үс алырға уйлаған.
Лилиә ТАКАЕВА
Читайте нас: