Ауыл өҫтөнә йылы нурҙарын бөркөп, тағы ҡояш ҡалҡты. Иҫ китмәле йәйге матур көн тыуҙы. Тирә-йүнгә береһенән-береһе уҙҙырып һайрашҡан ҡоштар моңо түгелде.Йәйҙең бындай миҙгелендә ауыл халҡына ҡайҙа инде йоҡо һимертеп ятыу! Улар күптән аяҡ өҫтөндә. Әллә нисә һыйырҙың еленен тартып, уларҙы көтөүгә оҙатып, унан һөтөн эш иткәнсе генә апаруҡ ваҡыт кәрәк. Тауыҡтары ҡытҡылдап, ҡаҙҙары ҡаңғылдашып ашарға һорап йөрөй. Әҙәмсә донъя көтәйем, балалар үҫтерәйем тип йәшәгән кешеләр өсөн ҡырҡҡа ярылырҙай ваҡыт шул.Тик Ҡасимда ғына бындай хәсрәттең остоғо ла юҡ, ауыл ерендә таң һирпелгән ваҡытта ғына күҙәтелә торған илаһи хозурлыҡты күрерлек тә, аңларлыҡ та хәлдә түгел. Башы емерелерҙәй булып ауырта уның, үҙе дер ҡалтырай. Йоҡоһонан уянғас, “мин ҡайҙа ятам” тигән уй үтте башынан. Тирә-яғында буш банкалар, шешәләр, әллә ниндәй сепрәк киҫәктәре. Атаҡ, әллә ҡайтып етә алмай сүплектә тәгәрәгән инде? Ир йыбанып ҡына күҙҙәрен асып, тирә-йүнгә ҡараш ташланы. Күҙ алдындағы томан бер аҙ таралғас, ҡутарылып бөткән шифоньерҙы, иҙәндә түңкәрелеп ятҡан һыуытҡысты шәйләне. “Әй, иҫәр баш, үҙенең өйөндә ята ла, иҙән уртаһында тәгәрәгән”.Кисә бигерәк ныҡ байрам ителгән шул. Эх, нисек әҙәм рәүешенә инергә? Берәй йөҙ, юҡ, ике йөҙ грамм ғына табылғанда, һин дә мин булыр ҙа китер ине. Тик ҡайҙан табаһың? Магазинда бер тинһеҙ кешегә боролоп та ҡарамаясаҡтар. Күрше Сәлихә инәйҙә барҙыр ҙа инде, әммә уға былай ҙа бурыслы. Теге ваҡыт ҡына, бесәнеңде килтереп бирермен, тип ай-вайына ҡуймай бер яртыһын алып киткәйне. Шунан бирле айнығаны юҡ. Хәҙер тағы ла инһәң, бөттө баш. Ишетмәгәнеңде ишеттереп сығарасаҡ. Ник тыуғаныңа үкенерһең!Тамағы кипкән Ҡасим түрьяҡта ултырған биҙрәне асып ҡарағайны ла, ҡайҙа инде унда һыу! Асыуынан ир биҙрәне тибеп осорғайны, уныһы шалтыр-шолтор әллә ҡайҙа барып ятты. “Сәмәйгә алмаштырырлыҡ берәй нәмә юҡмы икән?” тип өйҙө ҡараштыра башлағайны, имен генә бер нәмә лә күҙенә салынманы. Барлыҡ әйберҙең һатырҙайын һатып, ҡыйратырҙайын ҡырып бөткәйне шул. Хатта мейесенең йүшкәһен, плитәһен дә теге ваҡыт бер яртыға алмаштырып киткәйне. Хәҙер ул йәшәгән өй ташландыҡ һарайҙы хәтерләтә, түшәк-юрғаны ҡарағыһыҙ булып ҡайыш кеүек кейеҙләнеп ҡатҡан, иҙәндә бер иле батҡаҡ, имен һауыт-һаба ла юҡ....Ҡасим инде иллене уҙып та һаман яңғыҙы көн итеп ятҡан ир ишараты. Үҙе кеүек ауыҙы араҡы тип шапылдап торған бисәләр менән йәшәп маташты. Береһе менән дә никах-фәлән уҡытып торманылар. Ысын булһа, бахыр әсәһе:— Теләһә ҡайҙан килеп ингән берәҙәкте йәшәтәһе башым юҡ, — тип ҡаршы булып та ҡараған, имеш, әммә улы:— Өнөң генә сығып ҡараһын бына, башыңды йыуынты биҙрәһенә тығам, — тигән, ти.Тәүгеһен район үҙәгенән ҡайтып килгәндә юлда осратҡан, тинеләр. Уныһының балалар йортонда ташлап киткән ике сабыйы бар тигән хәбәре лә ишетелде. Әммә оҙаҡ йәшәй алманылар. Күрше ауылға китеп барғанда ҡатын юлда бахмурҙан үлеп ятҡан. Унан һуң күп тә үтмәй Ҡырмыҫҡалы яғынан, оҫталыҡ эшендә йөрөгән еренән, кемделер эйәртеп ҡайтты. Уныһы менән дә бар белгән кәсебе, йәғни эске хаҡына, ҡушарлашып эшкә йөрөү булды. Был бисәһе лә, һаман шул эскенән инде, кинәт кенә үлеп ҡалды.Юҡ, Ҡасимды былай булдыҡһыҙ кеше тип әйтеп булмай. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Мейесен дә сығара белә, бураһын да бурай. Айырыуса йәй көндәрендә, бесән мәлендә, баҙары ҙур уның. Машина менән алып китәләр, килтереп ҡуялар. Хатта күрше-тирә ауылдарҙан да эҙләп киләләр. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, өҫтөндәге кейеме ҡарағыһыҙ булып ҡатып бөткән, әллә ҡайҙан насар еҫе танауҙы йыртып килгән был ирҙе башҡа ваҡытта урап уҙған, хатта ҡул биреүҙе түбәнселек һанаған кешеләр ҙә бындай мәлдә Ҡасим да Ҡасим тип өҙөлөп тора.— Ағай, өйҙө генә ыштыкатурить итеп бир әле.— Ҡустым, көнө барҙа бесәнде генә өҙөп ҡуйырға кәрәк.— Ярай, ярай...Эшкә әрһеҙ, хәйлә белмәҫ ир айыу кеүек емертеп эшләй. Бары ашап-эсеү хаҡына тип әйтерлек йөрөгән кеше һәр кемгә ҡулай шул. Күптәр уға тейешле хаҡын биреп тә тормай. Берәүҙәре ҡаланан балалары моданан сыҡҡан тип ҡайтарып ташлаған кейемдәрҙе тоттора. Кемеһелер, аҡсаһын аҙағыраҡ бирәм тип, ымһындырып йөрөтә лә шуның менән вәссәләм. Алдауға ҡорола барған, ҡомһоҙлоҡ сәскә атҡан ваҡытта уның ишеләр иң ҡулай кеше шул.Ата-әсәһе менән йәшәгәндә былай яфаланмай ине Ҡасим. Өҫтәл тулы ризыҡ. Эсер өсөн аҡса ла кәрәкмәй. Башҡалар өйҙә булмағанда, баҙҙан йәһәт кенә бер-ике биҙрә бәрәңге төшөп ала ла күрше Әхмәттәргә йүгерә. Ә унда сәмәйҙең, одеколон кеүек нәмәләрҙең бөткәне лә юҡ. Ауылдың барлыҡ алкаштары иң һуңғы өмөтөн бағлап килә. Кемеһелер ҡултығындағы тауыҡты бер яртыға алмаштыра, икенсеһе ҡаҙ күтәреп килә... Улар береһен дә буш ҡул менән сығармай.Хәйер, ауылда тамаҡ төбөн уйлап тороусылар бер ул ғына түгел. Эсеп, кәйеф-сафа ҡороуҙан башҡаны белмәгән бер нисә ҡатын да бар. Уларға донъя ни ҙә балалар ни. Ҡайһылары яҙын бәрәңге ултырта ла оҙон йәй буйы баҡсаһына сығып та ҡарамай. Шунан йөрөйҙәр өй беренсә теләнселәп, кемдән бәрәңге, кемдән кишер һорап. Ә бит бында, ялҡауланмаһаң, әҙәмсә йәшәү өсөн барыһы ла бар. Уңғандар ишле мал-тыуар тота, ҡош-ҡорт аҫрай. Хатта йылы тура килгәндә ҡутара бал алып, сереп байыусылар ҙа бар.Ҡасимдың атаһы ул бәләкәй саҡта уҡ үлгәйне. Бер йыл элек ҡапыл гүр эйәһе булып ҡалған әсәһенең әле йәшәрлеге бар ине.Ул көндө һандығында хәйерлеккә тип йыйған әйберҙәренең шаҡтайының юҡҡа сығыуын һиҙеп ҡалған әсә асырғанып улына аҙарынды.— Оятһыҙ, ҡайҙа итеп бөттөң әйберҙәремде? Был тиклем дә туймаҫ тамаҡ булырһың икән! Ни ҡулың менән йоғондоң, ә?Кемдәлер өмәлә булып, ауыҙы ҡыҙып алған ир көрәктәй йоҙроҡтары менән әсәһенә килеп йәбешмәһенме!— Ҡарт убыр, әле телең сығамы, үлтерәм мин һине! Күҙемә күренмә! — Улы йәшелле-күкле тауыштар менән донъя ярып ҡысҡырҙы, күҙҙәренән йәшен йәшнәгәндәге кеүек зәһәр осҡондар сәсрәне. Ҡото осҡан әсә, иҫерек улы инде күкрәгенән матҡып алам тигәндә, янтайып ысҡынып китте лә мейес артынан саҡ сығып ҡасты. Шулай ҙа Ҡасим плитә янындағы кәстрүлде эләктереп алып елгәрергә өлгөрҙө.— Ҡарт тәре, тағы телең сыҡһын әле, ялпаштыра һуғам мин һине. Башҡаса был өйҙә духың булмаһын!Быҫҡаҡлап ҡына ямғыр һибәләгән көҙгө һалҡында әсә барып төн үткәрер мөйөш таба алмай аҙапланды. Өҫтө-башы һыуланып, теше тешкә теймәй ҡалтыранды, өшөнө. Ҡаршылағы күршеһе Санияға инмәксе булғайны ла, көндөҙөн дә ҡапҡаһын бикләп ултырған кешегә нисек баҙнат итмәк кәрәк! Зәйнәп күршеһе әллә ишетмәне, әллә ишетеп тә, бәләһенән баш-аяҡ типтер, ҡапҡаһын асманы. Аптыраған әсә һарайына кереп, бер мөйөшкә һырыҡты. Өлкән кешегә күп кәрәкме ни! Иртәгәһенә температураһы күтәрелеп, тамағы шешеп, ләж ауырып китте. Үпкәһенә һыуыҡ тейгән әсә шул ятыуҙан мандыманы.Бөтөнләй яңғыҙ ҡалғас, Ҡасим йәшәгән өй ауылдың ҡайҙа барып бәрелергә белмәй йөрөгән һәүеректәре өсөн эске ояһына әүерелде. Үҙе кеүек сәрхүштәр менән кинәнеп эсәләр, шарт та шорт кәрт һуғалар. Төндәрен ауыл буйлап “һунарға” сығып китәләр. Берәйһенең йә тауығын, йә ҡаҙын эләктереп алалар ҙа ҡаҙанға быраҡтыралар.“Былай әйгәҙәп ятыуҙан туҡ булмаҫ. Бәлки, берәй тулк килеп сығыр”. Ир карауатынан торҙо ла битен дә йыуып тормай темеҫкенеп урамға сығып китте. Күршеләге Раҡия әбей бая магазин яғына китеп барған һымаҡ күҙгә салынғайны. Аҙбары асыҡ булһа... Һарай ишегендә ат башындай йоҙаҡты күреп, Ҡасим әсе итеп һүгенде. Унан урамды байҡаны, әммә һелтәрҙәй бер нәмә лә күҙенә ташланманы.— Алтыны барҙай бикләп ҡуйған, йүнһеҙ. Был тиклем дә битһеҙ әҙәмдәр булыр. — Ҡасим һөйләнә-һөйләнә Ғәлимдәргә юл тотто.— Уф, үләм, берәй илле һум ғына биреп тор әле, — тип ул күршеһенең йөҙөнә тилмереп баҡты.— Юҡ шул.— Әтеү бер-ике рюмка ғына теге нәмәңде һалып бир инде.— Ҡалманы шул.Ҡасим һаран күршеһен эстән әрләй-әрләй ихатанан сығып китте. “Ҡарун, әҙәм түгел икән. Берәй эше булһа, Ҡасим да Ҡасим тип йүгереп килеп етә. Юҡсы тип торған була, әҙәм ышандырып. Белеп тора, араҡыһы ла, аҡсаһы море уларҙың”.Урамда уға мәңге һуҡмыш Ғариф осраны.— Ишеттеңме, Әнүәр үлгән ти бит, — тине ул, һаулыҡ та ҡушып тормаҫтан.— Ҡайһыһы?— Йәше, теге Гәрәй малайы.— Нимә булған икән?— Аҫылынған.— Ҡасан ерләйҙәр?— Бынау эҫелә оҙаҡ ятҡырмаҫтар инде. Бөгөн шикелле. Иртән Стәрлегә ярҙырырға алып киткәндәр.Шул мәл мәрхүмдең ағаһы тап булды. Урмандан ағас-таш алып ҡайтып килеүе.— Егеттәр, бөтә кеше бесәнгә китеп бөткән, ҡәбер ҡаҙышырға барырһығыҙ инде, — тине ул, ауыр һулап.— Эй, абзый, беҙҙең кеүек эшләп үҫкән ауыл малайҙарына ҡәбер ҡаҙыу нимә инде ул, — тине Ҡасим. — Тик бына тәүҙә башты йүнәтеп алырға кәрәк ине, ҡутарылып килә бит, әй. Күҙҙе лә асып ҡарар әмәл юҡ... — Ҡулына бер яртылыҡ аҡса төшөп өлгөрөр-өлгөрмәҫтән Ҡасимдың ауыҙы йырылды, үҙе күршеләр яғына сабыуланы.— Уй, рәхмәт, рәхмәт! Әлдә һеҙ бар әле. Ағай, борсолма, борсолма, барабыҙ.Зыяратҡа халыҡ күп йыйылды. Бәләкәй ауыл бит. Бер оста ишетелгән хәбәр күҙ асып йомғансы ауылды урап сыға. Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатышырға нәҫел-нәсәбе булғаны ла, булмағаны ла, көрәк тотоп ҡарамағаны ла килергә тырыша бында. Башы ауыртып, ҡайҙан йөҙ грамм табырға белмәй элмәнләп йөрөгәндәре лә, йыназа тиһәң, ҡолағы ҡарп итеп ҡала. Зыяратта мул һыйлай торғандар. Был юлы ла шулай булды. Берәүҙәр тирләп-бешеп ҡәбер ҡаҙа, икенселәре көләмәс һөйләй. Кемдер йүгереп йөрөп араҡы ҡоя.— Ер ҡаҙыу уйын эш түгел, ҡайҙа берәй йөҙ грамм ҡойоп еппәр әле.— Шулай шул.— Бөткәнсе эс, үпкәләп китмәһен!Көтмәгәндә баш йүнәтеү өсөн форсат тыуған Ҡасимдың кәйефе күтәренке. Әйтерһең дә, йыназаға түгел, ә байрамға килгән.Мәрхүмде ерләп бөткәс, мулла шартына килтереп аят уҡыны, туғандары бер-бер артлы хәйер өләште. Усына бер нисә тәңкә төшөү менән Ҡасимдың йөҙө асылып китте. Сәрхүштәр зыяраттан сығып бөтөр-бөтмәҫтән кеҫәләрен ҡапшай башланы. Ҡасим, ҡыуанып:— Егеттәр, бөгөн тағы байрам итәбеҙ икән, — тине лә ике унлығын йәлпелдәтте.— Былар һараныраҡ булды, ваҡсылдар икән, — тине Ғариф, йөҙөнә ризаһыҙлыҡ билдәһе сығарып. — Миңә ун биш тәңкә генә бирҙеләрсе. Йә, быға нимә килә инде. Вәт, исмаһам, Сәлим — дан егет. Теге ваҡыт атаһын ерләгәндә хәйерҙе йөҙәр һумдан өләште лә ҡуйҙы.— Миндә биш тәңкә.— Миңә таҫтамал да бирҙеләр әле. Уныһын да ҡушһаҡ.— Ә кемдән алабыҙ?— Сибәғәттәрҙән инде.— Эй, уларҙыҡы ҡиммәтерәк бит.— Әтеү Айытбайға барайыҡ.— Тапҡанһың кеше. Улар сәмәйенә тауыҡ тиҙәге ҡуша, тиҙәр.— Анау Әнисәнән алайыҡ та ҡуяйыҡ. Кисә генә район үҙәгенән буйтым итеп “Трояр” алып ҡайтып килә ине.Бер аҙҙан егеттәр зыярат рәшәткәһе артында күңелле генә ултыра ине.— Ошондай матур көндә үлеп ятсы әле.— Ниндәй ҡатҡыл кеше ине.— Шулай шул. Бер үҙе ике яртыны һуҡһа ла, ых та итмәй ине.— Ярай, ауыр тупрағы еңел булһын!— Үлгән артынан үлеп булмай, үҙебеҙ һау булайыҡ.— Һаулыҡ өсөн!— Бергә булайыҡ!Эсеп, күңелләнеп ултырғандарҙың ҡайһылары эҫе ҡояш аҫтында иҙерәп киткәнен дә һиҙмәй ҡалды.Таң атты. Һоҡланып туймаҫлыҡ илаһи көн башланды. Тик уны Ҡасим ғына башҡаса күрмәйәсәк. Кисәге йоҡоһонан уянманы ул. Дуҫ-иштәре тағы ла зыяратҡа юлланды. Ә унда йәнә лә көлөшкән, шешә тауыштары ишетелде. Хәйер тараттылар...