Өфөлә 19 йәшлек егет баланы ҡотҡарғанда батып үлгән. Бала иҫәнЕгет дуҫтары менән «Ҡояшлы» пляжында ял иткән, ә яҡында ғына балалар һыу инеп йөрөгән. Уйнаған ваҡытта балаларҙың береһе бата башлаған, егеттәр баланы ҡотҡарыу өсөн шунда уҡ һыуға ташланған. Улар малайҙы ярға тартып сығарған, ләкин береһенең хәле бөткән һәм ул батҡан. Аҙаҡтан ҡотҡарыусылар уның кәүҙәһен тапҡан.