Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 13:35

Башҡортостандың көньяҡ райондарында 5-се класлы ғәҙәттән тыш янғын хәүефе иғлан ителде

8-11 июндә Башҡортостандың көньяҡ райондарында 5-се класлы ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә.

8-11 июндә Башҡортостандың көньяҡ райондарында 5-се класлы ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 5-се класлы янғын хәүефендә урман янғындары теләһә ниндәй асыҡ ут сығанағынан сыға, ныҡ яна һәм ут тиҙ тарала.
«Хатта ташланған тәмәке йәки шырпы осҡоно ла янғын сығыуға сәбәпсе булыуы һәм ҙур зыян килтереүе мөмкин», — тип иҫкәртәләр ведомствола.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы халыҡты ут менән эш иткәндә ныҡ һаҡ булырға һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә: һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө, шырпы ташламаҫҡа, усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, елле көндә уны яҡмаҫҡа саҡыра. Шешәләрҙе йәки быяла киҫәктәрен ҡояшлы урында ҡалдырырға ярамай, улар, ҡояш нурҙарын бер фокусҡа йыйып, яндырғыс линзалар кеүек эшләп китеүе мөмкин.
Хәүеф килеп тыуған осраҡта 112 номеры буйынса махсус хеҙмәттәрҙе саҡырырға кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1459668-v-yuzhnykh-rayonakh-bashkirii-obyavlen-chrezvychaynyy-5-kl
Читайте нас в