Яйыҡ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 13:50

Һеҙ “да” тип әйтәһегеҙме?

Телефондан билдәһеҙ кеше шылтыратһа, трубканы алғанда бер ҡасан да “да” тип әйтергә ярамай. Ошо һүҙ аша алдаҡсылар һеҙҙең карталағы аҡсаларҙы урлай.

Телефондан билдәһеҙ кеше шылтыратһа, трубканы алғанда бер ҡасан да “да” тип әйтергә ярамай. Ошо һүҙ аша алдаҡсылар һеҙҙең карталағы аҡсаларҙы урлай. Ысынлап та, бындай хәлдең булыуы ихтимал икән. Һеҙгә таныш булмаған номерҙан шылтыраталар. Трубканы алып, “алло” урынына “да” тип әйтәһегеҙ икән, шылтырау шунда уҡ өҙөлә. Әгәр был һүҙҙе ишетмәһәләр, һеҙҙең менән һөйләшә башлайҙар һәм шул “да”ны әйткәнсе һөйләндерәләр. Мәҫәлән, “Һеҙ мине ишетәһегеҙме?” тип һорауҙары ихтимал. Үҙҙәренә кәрәк һүҙҙе улар яҙҙырып ала.
Был нимә өсөн кәрәкме? Һуңғы ваҡытта “тауыш имзаһы” тигән нимә сыҡты. Был һүҙҙе алдаҡсылар ошо имза талап ителгән сервистарҙа файҙалана ала икән. Ҡайһы бер банктарҙа тауыш менән үҙеңдең иҫәбеңә һәм картаңа идара итеп була бит. Шулай уҡ интернет-магазиндан берәй нимә алғанда ла “да” тип һеҙҙең картанан аҡса алыуҙары бар. Ҡыҫҡаһы, телефон аша таныш булмаған кешегә был һүҙҙе әйтеп, аҡсаһыҙ ҡалыуығыҙ ихтимал.
Ысынлап та шулай еңел генә аҡсанан ҡолаҡ ҡағып буламы икән? Был турала белгестәр фекерҙәре икегә бүленгән. Берәүҙәр әйтеүенсә, ошондай шылтыратыуҙар булғас, тимәк, енәйәтселәр уның менән файҙалана белә. Икенселәре иһә, граждандар өсөн бер хәүеф тә юҡ, тип бара. Баҡһаң, тауыш менән идара итеү махсус рәүештә барлыҡҡа килтерелә һәм уның өсөн банкка үҙегеҙҙең шәхсән барыуығыҙ мотлаҡ. Иҫәп хужаһы аҡсаһы менән телефон аша идара иткән саҡта, система уның тауышының бөтә үҙенсәлектәрен дә күҙ уңында тота һәм тере тауышмы, яҙҙырылғанмы икәнлеген “аңлай”. Белгестәр фекеренсә, системаны алдау мөмкин түгел.
Нисек кенә булмаһын, юристар таныш түгел номерҙан шылтыратһалар, “да” тип әйтмәҫкә, ә мөмкинлек булһа, бөтөнләй трубканы алмаҫҡа кәңәш итә. Бәләһенән баш аяҡ тигәндәй, “алло” тип кенә әйтәйек...
Автор: [email protected]
Читайте нас: