Туймазыла 10 йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнгән 43 йәшлек ир үҙенә ҡул һалған. Ошо хаҡта сығанаҡҡа һылтанма менән «КП-Уфа» хәбәр итә. Ирҙең кәүҙәһен фатирында табалар, ул өйөндә һаҡ аҫтында булған. Үлер алдынан яҙыу ҡалдырған, әммә хоҡуҡ һаҡлаусылар уның йөкмәткеһе тураһында мәғлүмәт бирмәйҙәр. Мәйет эргәһендә араҡы һәм стакан табылған.