Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 13:10

Матбуғат йортонда коронавирус

Өфөнөң Матбуғат йортонда эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең береһендә коронавирус асыҡланған. 10 кеше ҡурсаланыуға ебәрелгән.

"Киске Өфө" гәзитенең подписка бүлеге хеҙмәткәрендә коронавирус тапҡандар. Баҫманың директоры хәбәр итеүенсә, сирле үҙен яҡшы тоя. Ауырыу еңел формала үтә, кәрәкле дауалау ала. Хеҙмәткәр менән аралашҡан ун кешелә вирусҡа анализ алынған - 5 кешенең анализ һөҙөмтәләре кире күрһәткән. Матбуғат йортонда эшләүселәрҙең күбеһе ситтән тороп эшләүгә күсерелгән булған, шуға ла ауырыу менән аралашыусылар һаны күп түгел. Әлеге ваҡытта бинала барлыҡ санитар саралар үткәрелгән, беренсе ике ҡатта дезинфекция эшләнгән. Гәзит элеккесә сыға.
Читайте нас: