Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 12:40

Әсә менән улы реанимацияла яталар

Өс көн урманда аҙашып йөрөгән 6 йәшлек бала әсәһе менән реанимацияла ята

Өс көн урманда аҙашып йөрөгән 6 йәшлек бала әсәһе менән реанимацияла ята— Малайҙы себен-серәкәй һәм талпан тешләгән, бер аҙ ҡаушап ҡалған, өшөгән, - тип һөйләне Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлеге мөдире. Баланың ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай, тип өҫтәне табип.Ренелгә махсус препараттар һәм витаминдар тәғәйенләнгән, уның менән психолог эшләй. Ула тағы ике көн реанимацияла ятырға тейеш, һуңынан уны балалар бүлексәһенә күсерәләр.Кисә оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров муниципалитет башлығынан малайҙың ғаиләһенә иғтибар бүлеүҙәрен һораны.— Ғаиләгә күберәк иғтибар бүлеүегеҙҙе һорайым. Унда проблемалар бар, малай башҡаса юғалмаһын, -тине ул.6 йәшлек Ренель 5 июндә юғалғайны, 7 июндә өйөнән бер нисә саҡрым алыҫлыҡтағы урманда табылды.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: