Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 12:35

Сит илгә сығырға рөхсәт иттеләр

Рәсәй граждандарына эшләү, уҡыу һәм дауаланыу өсөн сит илгә сығырға мөмкин.

Рәсәй граждандарына эшләү, уҡыу һәм дауаланыу өсөн сит илгә сығырға мөмкин. Хөкүмәттең тейешле бойороғона ҡул ҡуйылды, тип хәбәр итте ТАСС Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустинға һылтанма менән.
«Беҙҙең медицина ойошмаларында дауаланырға йыйынған, шулай уҡ бында тәрбиәгә мохтаж яҡын туғандары, опекундары йәки попечителдәре йәшәгән сит ил граждандары ла Рәсәйгә инә ала», — тине министрҙар кабинеты башлығы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса Координация советы президиумы ултырышында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн 2020 йылдың мартында уҡ Рәсәйгә сит ил граждандарын индереүҙе, шулай уҡ күпселек рәсәйҙәр өсөн сығыуҙы ваҡытлыса сикләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
http://www.bashinform.ru/news/1459629-rossiyanam-razreshili-vyezzhat-za-rubezh-na-rabotu-uchebu-i-lechenie/
Читайте нас: