Йыл башынан бөгөнгө көнгә Учалы районы юлдарында 7 юл-транспорт һәләкәте теркәлде, тип хәбәр итте ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова. Былтырғы ошо осорҙан 7 осраҡҡа аҙыраҡ, әммә был үҙе генә йыуаныс була алмай инде. Һәләкәттәрҙә 7 кеше вафат булған, 7 кеше имгәнгән.
Һәләкәттәрҙе төрҙәргә бүлеп ҡарағанда: 2- автомобилдәр һуғылыу, 1- түңкәрелеү, 3 – йәйәүлене тапатыу һәм 1 – ҡаршылыҡҡа килеп бәрелеү осраҡтары.
Фажиғәләр төп өлөштә водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәүгә бәйле.
Фотографиялар - ЮХХДИ материалдарынан