Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 15:45

Эт өйөрө

“Гөлниса, Гөлниса тим, һин ҡайҙа?” Эргәлә генә һөрәнләгән тауышҡа ҡыҙ уйға батҡан еренән һиҫкәнеп китте лә, әсәһенең үҙен саҡырғанлығын аңлап, урам баҡсаһынан йүгереп өйгә инде. “Әсәй, нимә булды? Нимәгә саҡыраһың?”- тип һораны, тупһаны аша атлап.- Балам, бынау арҡыры быҙау тағын да ҡайтманы бит, бар йәһәтерәк табып килтер инде, көтөү ҡайтырға ла күп ваҡыт ҡалманы. Һыйыр менән бергә ҡушылһалар, бөгөн дә һөт һауып ала алмаясаҡбыҙ. Уларҙың үҙ белдектәре менән ихатаға ҡайтыуҙары ла икеле, икеһе лә урмандан ҡайтмаясаҡтар”, - тине әсәһе ҡамыр йәбешкән ҡулын ҡырып таҙарта-таҙарта.

“Гөлниса, Гөлниса тим, һин ҡайҙа?” Эргәлә генә һөрәнләгән тауышҡа ҡыҙ уйға батҡан еренән һиҫкәнеп китте лә, әсәһенең үҙен саҡырғанлығын аңлап, урам баҡсаһынан йүгереп өйгә инде. “Әсәй, нимә булды? Нимәгә саҡыраһың?”- тип һораны, тупһаны аша атлап.
- Балам, бынау арҡыры быҙау тағын да ҡайтманы бит, бар йәһәтерәк табып килтер инде, көтөү ҡайтырға ла күп ваҡыт ҡалманы. Һыйыр менән бергә ҡушылһалар, бөгөн дә һөт һауып ала алмаясаҡбыҙ. Уларҙың үҙ белдектәре менән ихатаға ҡайтыуҙары ла икеле, икеһе лә урмандан ҡайтмаясаҡтар”, - тине әсәһе ҡамыр йәбешкән ҡулын ҡырып таҙарта-таҙарта.
- Хәҙер, әсәй, үҙем дә барып өлгөрөргә кәрәк, тип уйлап ҡына тора инем, - тип йылмайып әсәһенә ҡараны ҡыҙ.
- Бар, ҡыҙым, бар, өлгөрөп ҡал, быҙау көтөү килгәнен күрһә, хәҙер тау башынан сабып төшәсәк, - тип өҫтәне әсәһе. Гөлниса көҙгөгә һирпелеп кенә ҡарап сәс-башын ипләне лә, ҡабаланып сығып та китте.
Ул быйыл ауыл мәктәбенең туғыҙынсы класын тик “бишле” билдәләренә генә тамамланы. Үҙе тырыш, аҡыллы, һөйкөмлө ҡыҙ Гөлниса, шуға ла бергә уҡыған класташтары ла, ауылдаштары ла үҙенә хөрмәт менән ҡарайҙар. Күп кенә егеттәргә оҡшаһа ла, әле бер кемдең дә баҙнат итеп аҡыллы ҡыҙға дуҫлыҡ тәҡдим иткәне булманы, сөнки ҡыҙ аҡыллы булыуы менән бер рәттән бик талапсан да. Егеттәр менән дуҫлашып, киске осрашыуҙарға йөрөргә уның ваҡыты ла, теләге лә юҡ әлегә. Каникул тип тормай мөкиббән китеп китап уҡый, баҡсала сәскәләр, төрлө йәшелсәләр үҫтерә, әсәһенә бер туҡтауһыҙ ярҙамлаша, бер һүҙ менән әйткәндә, әсәһенең уң ҡулы ул...
Тау итәгенән китеп барған Гөлнисаға ауыл хужалығы колледжында белем алған Вил, Данил һәм быйыл ғына мәктәпте тамамлаған Эдик осраны. Егеттәр бер аҙ ҡыҙмаса булып алғайнылар. Матур ҡыҙҙы күреп уларҙың ауыҙҙары йырылды.
О-о, кемде күрәбеҙ, - тип ҡоласын йәйҙе холҡо арҡаһында “бәйһеҙ” ҡушаматы алған Эдик. «Бәйһеҙ” ҡушаматы уға тиккә генә тағылмаған. Ғаиләлә берҙән-бер бала булып буй еткергән Эдик бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй үҫте. Ҡалала тыуып, шунда уҡыған Эдик насар компанияға эләгеп, саҡ колонияға эләкмәй ҡалғас, яҡындары балаларын тәрбиәләүҙә ҙур хата ебәргәндәрен аңланылар. Үҫмерҙе тиҙ арала ауылда йәшәгән ата-әсәләренең йортона ҡайтарҙылар һәм ауыл мәктәбенә уҡырға бирҙеләр. Шулай итеп, юғары класты Эдик ауылда тамамланы, ләкин холҡон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә уйламаны. Иркен тормошҡа өйрәнгән егет үҙе эргәһенә ауыр холоҡло үҫмерҙәрҙе йыйҙы, уларҙың башлығы булып йөрөнө. Әле лә уның эргәһендә Вил һәм Данил тора ине. Тик йөрөүҙән ялҡҡан егеттәр күңел күтәрер өсөн, бер “аҡ башты” бушатып, ярайһы ғына ҡыҙмаса булып алғайнылар.
Эдик күптән күҙ һалып йөрөгән ҡыҙҙың үҙенең ҡаршыһына килеп сығыуынан файҙаланып ҡалырға булды.
- Красотка, һинең дә миңә осрар көнөң бар икән! – тине ул ҡыҙҙың беләгенән эләктереп.
Гөлниса ысҡыныр өсөн берҙе тартылды, икене тартылды, ләкин ҡаны ҡыҙған үҫмер егеттең ҡулдары уны ҡыпһыуыр кеүек эләктергәйне. Вил менән Данил тыпырсынған ҡыҙҙы күреп, Эдикка ярарға тырышып, ҡысҡырып көлөргә керештеләр. Эдик буш ҡулы менән ҡыҙҙың матур осаһынан эләктереп үҙенә тағы нығыраҡ ҡыҫты. Шул саҡ ҡыҙсыҡ бар көсөн йыйып Эдикты этәрҙе лә, яңағына сапылдатҡансы килтереп һуҡты. Көтөлмәгән хәлдән албырғап ҡалған егеттең усынан ҡулын һелкетә тартып алды ла йүгерә-атлай тауға табан юлын дауам итте. Ҡыҙ бер аҙ киткәс кенә, Эдик иҫенә килгәндәй булды. Тешен ҡыҫып: “Ә-ә, һин шулаймы әле?”- тип ыҫылдап сартлатҡансы ергә төкөрҙө. Вил менән Данил бындай боролошто көтмәй, ни әйтергә белмәйенсә өнһөҙ ҡалдылар.
Һәр саҡ үҙенекен алырға өйрәнгән Эдик: “Посмотрим еще”, - тип тороп ҡалды.
Гөлниса йөрәгенең боғаҙына килеп тығылыуынан саҡ-саҡ тын алып, тау башына, быҙауҙар йөрөгән урынға ыңғайланы. Асыуҙан, ярһыуҙан йөрәге дарҫ-дорҫ типте, шулай ҙа юлын туҡтатмайынса дауам итте. Тау түбәһенә менеп етеүен етте, ләкин ҡыртлатып үлән ашап йөрөүсе быҙауҙар эргәһендә уларҙыҡы юҡ ине. Тауҙың башынан тирә-яҡ күренә, тәбиғәттең хозурлығын әйтеп аңлатҡыһыҙ матур. Был юлы, бүтән саҡтарҙағыса Гөлнисаның тәбиғәттең матурлығы менән оҙаҡ һоҡланырға ваҡыт булманы. Ул быҙауҙар күренмәйме тип, тирә-яҡты иғтибар менән ҡараны, шул саҡ уларҙы урман эсендә сырамытҡандай булды. Хәҙер алып ҡайтам, тип шунда атланы. Урман эсенән килә торғас, бәләкәй генә болонлоҡҡа килеп сыҡты Гөлниса, ялан уртаһында өйөр булып йыйылған эттәрҙе күреп, өнһөҙ ҡалды. Былар “туй”ҙа йөрөгән эт өйөрө ине. Эттәр ҙә ҡыҙҙы күрҙеләр һәм лауылдап уға табан саба башланылар.
Күңеле менән ҡасырға кәрәклекте аңлаған Гөлниса урман аша сығып тауҙан түбән йүгерә башланы. Аяҡтары ергә тейгән ерҙә тейҙе, теймәгән ерҙә теймәне, тиерлек. Ул үҙен йүгергән, тип түгел, ә осҡан һымаҡ хис итте, сөнки былай итеп шәп уның бер ҡасан да йүгергәне булманы. Эт өйөрө өрә-өрә ҡыҙҙы тау итәгенә тиклем эҙәрлекләне, артабан, әлһерәп, ҡаты итеп ырылдашып, тороп ҡалдылар.
Ҡурҡыуынан йөрәгенең шартлар хәлгә етеүен нисек баҫырға белмәй Гөлниса ағып ятҡан йылға буйына төшөп туҡтай алмай үкһеп-үкһеп иланы. Бер аҙ тынысланғас, яйлап ҡына ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Тик юлында уны тағы ла ҡурҡынысыраҡ һынау көткәнлеге уның башына ла инеп сыҡманы.
Ауыл халҡы араһында ғына түгел, ә егеттәр араһында ла үҙенең матурлығы, аҡыллылығы, эшсәнлеге һәм баҫалҡылығы менән хөрмәт яулаған ҡыҙҙан яңағына алған Эдик быны үҙен кәмһетеү тип ҡабул итте һәм нисек тә булһа ҡыҙҙан үс алырға булды. Уйлаған уйын тормошҡа ашырыр өсөн, дуҫ булып йөрөгән Вил һәм Данилды ла үҙе яғына ауҙарыу өсөн, уларға тағы хәмер һатып алып эсергә тәҡдим яһаны. Тегеләргә шул ғына кәрәк тә, шатланып риза булдылар. Хәмергә аҡсаны Эдик кеҫәһенән сығарып биргәс, улар уның һәр әмерен үтәргә әҙер булыусы ҡуштанға әйләнделәр.
Кибеттән алып булмағанлыҡтан, йәшереп кенә хәмер һатыусы ауылдаштары Фәнил ағайҙан Вил йүгертеп килтереп тә еткерҙе. Бая йыйылып һөйләшеп торған урындан саҡ ҡына өҫтәрәк шырлыҡ эргәһенә йүнәлделәр һәм һүгенеп һөйләшә-һөйләшә хәмерҙе бушатырға керештеләр. Былай ҙа ҡыҙмаса үҫмерҙәрҙе икенсе шешә танымаҫлыҡ итеп иҫертте. Нимә һөйләгәндәрен ҡолаҡтары ишетмәгән хәлгә еткән егеттәр алйышып ултырған саҡта, эргәләренән бер ниндәй ҡурҡынысты һиҙемләмәгән Гөлниса, быҙауын таба алмайынса, ашығып ҡайтып килә ине. Эт өйөрөнән саҡ ҡотолған ҡыҙсыҡ үҙен тағы ла яманыраҡ ҡурҡыныс көткәнлеген башына ла индермәне. Шырлыҡҡа килеп етеп, ауыл яҡҡа боролдом тигәндә генә, ул бик ныҡ ҡысҡырып һөйләшкән тауыштарҙы ишетеп, һиҫкәнеп китте. Тик икенсе юлдан ҡайтыу өсөн һуң ине инде, иҫерек егеттәр Гөлнисаның килгәнен шәйләнеләр һәм юлына сыҡтылар. Эргәләренән үтеп барған ҡыҙҙы Эдик, нисек кенә иҫерек булмаһын, йылдам ғына ҡулынан эләктереп үҙенә тартты һәм: “И че, с кем решила тягаться?”- тип ыҫылданы. Вил менән Данил уны йөпләп йығыла яҙырҙай булып сайҡала-сайҡала көлөргә керештеләр. Тик шунда ғына Гөлниса бая тау башынан ҡасып төшкән эттәрҙән дә ҡурҡынысыраҡ өйөргә осрауын аңланы.
- Ебәрегеҙ, әсәйем көтә, инде эҙләп тә сыҡҡандыр,- тине ҡыҙ, ни әйтергә лә белмәй. Был һүҙҙәр хәмер менән бергә бөтөнләй мейеләрен эскән үҫмерҙәрҙе тағын да нығыраҡ көлкөгә һалды. Улар боттарына һуға-һуға туҡтауһыҙ көлөргә керештеләр, былай ҙа ҡыҙған ҡандары ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Шундай уңайлы осрашыуҙан үс алмайынса ҡалһа, бүтәнсә ундай осраҡтың тәтемәҫен аңлаған Эдик ҡыҙҙы үҙенә тағын нығыраҡ тартты ла:
- Башта мин, һуңынан һеҙ, әҙер тороғоҙ! – тип, ҡыҙҙы еңел генә ергә йығып һалды.
- Хәшәрәт, ебәр мине, нимә эшләүең был? - тип ҡыҙсыҡ ярҙам һорап ялбарҙы, тик Вил менән Данил аңҡы-тиңке килеп Эдикка ярҙамға ашыҡтылар.
Шунда ғына Гөлниса үҙенең көсһөҙ, бер ҡайҙан да ярҙам булмаясағын аңлап, бер ҡулын саҡ ысҡындырып, ерҙә эҙләнә торғас, һәлмәк кенә ташты ҡапшап тотоп алды һәм бар көсөнә үҙен сисендереп маташҡан Эдиктың башына һуҡты. Аяғын тотоп маташҡан Вилде тибеп осороп ҡайтыу яҡҡа нисек йүгергәнен хәтерләрлек тә, һөйләп бирерлек тә хәлдә түгел ине.
Быҙауын эйәртеп ихатаға үҙе ҡайтып кергән һыйырҙы ябып, һауғандан һуң, Нәсимә апай бик оҙаҡлаған ҡыҙының артынан сыҡты һәм ҡараңғылыҡтан йүгереп түгел, осоп килеүсе ҡыҙын күреп аптырауға ҡалды. Гөлниса килеп етер саҡта ғына ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл булғанына төшөндө.
- Балам, Гөлниса, йөрәгем ярыла яҙҙы, нимә эшләп оҙаҡланың? - тине ул ҡыҙына. Ҡыҙ йүгереп килеп әсәһен ҡосаҡланы ла баяғынан да нығыраҡ үкһеп иларға тотондо. Бер нимә лә аңламаған әсә, уны ҡосағына алып, тынысланыуын көттө.
Өйгә ҡайтҡас, бик оҙаҡ ҡәҙимге хәлгә ҡайта алмаған ҡыҙына тынысландырыусы дарыу биргәндән һуң ғына, барыһын да һөйләтеп алды һәм шунда уҡ полицияға шылтыратты. Гөлниса арыуҙан, ныҡ тулҡынланыуҙан дарыу тәьҫирендә тәрән йоҡоға талды.
Иҫерек үҫмерҙәрҙе шул төндә үк ҡулға алыуҙарын, ә күпмелер ваҡыттан уларға суд алдында яуап тоторға тура киләсәген, ә үҙенә киләсәктә мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, баш ҡаланың медицина институтына уҡырға инеүен һәм артабан, каратэ менән шөғөлләнеп, ҡара билбау аласағын әлегә белмәй ине...
Әнисә ФӘРРӘХОВА,
Учалы ауылы.
Читайте нас: