Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 15:40

Иҫерек актерҙы иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал

Актер Михаил Ефремов иҫерек килеш юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған, унда кеше ғүмере өҙөлгән

Актер Михаил Ефремов иҫерек килеш юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған, унда кеше ғүмере өҙөлгәнКисә кис көнө Мәскәүҙә Михаил Ефремов Jeep Grand Cherokee рулендә ҙур тиҙлектә ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм Lada автофургоны менән бәрелешкән, тағы бер нисә машинаны төкөткән.Ефремовты тотҡандар. Авария шаһиттары актерҙың иҫерек булыуы хаҡында һөйләгән.Фажиғәлә Лада водителе — 58 йәшлек Сергей Захаров һәләк булған. Ул интернет-магазинда курьер булып эшләгән, авария мәлендә тауар ташыған. Авариянан һуң Захаровты ашығыс ярҙам машинаһы менән алып киткәндәр, ләкин таңғы 5-тә ул дауаханала үлгән.«Ирҙең йәшәү өсөн мөһим органдары йәрәхәтләнгән, күп ҡан юғалтҡан. Табиптар төнө буйына уның ғүмере өсөн көрәшкән. Ләкин иртән ирҙең йөрәге туҡтаған» — тип хәбәр итте Интерфакс.Ефремовҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уға 12 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: