Көндәр саманан тыш ҡоро һәм эҫе тора. Район хакимиәте дистанцион рәүештә “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе, тема – урман янғындарына юл ҡуймау саралары. Ауыл ултыраҡтары башлыҡтары, старосталар ҡатнаша.
Янғын надзоры буйынса баш дәүләт инспекторы Рим Йәриев билдәләй - быйыл районда 7 янғында 40 гектар урман тәләф булған да инде. Төп сәбәп – ут менән һаҡһыҙ тотоноу йә махсус рәүештә ут төртөү. Шуға ла әлеге мәлдә төп бурыс – халыҡ ут менән һаҡ тотоноуға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеүгә ирешеү. Тулы мәғлүмәтте https://vk.com/public172754444 адресы буйынса ҡарай алаһығыҙ. Барыбыҙға ла ут менән айырыуса һаҡ булыр кәрәк!