Башҡортостанда урамда ике йәшлек бала табылғанБөгөн кис Октябрьскийҙа юл сатында ике йәштәр тирәһендәге бала табылған. Ул майка һәм сандалийҙар кейгән, арҡаһында - күк рюкзак. Бала үҙенең исемен әйтә алмаған, уны балалар дауаханаһына алып киткәндәр.Полицейскийҙар тиҙ генә уның ата-әсәһен эҙләп тапҡан. Әле ни өсөн баланың урамда яңғыҙы йөрөгәне асыҡлана. Малайҙы табиптар тикшерә.