Роспотребнадзор Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында коронавирус таралыу осрағын тикшереүҙе тамамланы.Эпидемиологик тикшереү йомғаҡтары буйынса Роспотребнадзор ике протокол төҙөгән: беренсеһе - дауахана эпидемиологына, икенсеһе - юридик берәмеккә (ҡайһы икәне аныҡланмай). Сирҙең ҡайһы пациенттан башланғанын асыҡлап булмаған, ләкин йоҡтороуҙың тәүге осрағы февраль-мартта теркәлгәне билдәле.Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Республика клиник дауаханаһында 194 (!) хеҙмәткәр коронавирус йоҡторған, ә сирле пациенттарҙың күпме булыуы аныҡланмай. Башҡортостанда 18 үлем осрағының туғыҙы - ошо дауаханала.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 майҙа Республика клиник дауаханаһының баш табибы Эльза Сыртланова «үҙ теләге буйынса» вазифаһын ҡалдырҙы.фото: РИА Новости