Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 16:25

Күршеләрҙән ҡайғылы хәбәр

Белорет ҡалаһында коронавирус диагнозы раҫланған тәүге пациент вафат булған.

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта фажиғәле хәл тураһында хәбәр итте.
Ҡалала коронавирус диагнозы раҫланған тәүге пациент вафат булған. Иргә 69 йәш, ә GOVID-19 сире менән май аҙағынан ауырыған. Уның хәле оҙаҡ ваҡыт ауыр булған, пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Кисә ирҙең хәле кинәт насарланған. Табиптар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡара алмаған.
Быға тиклем коронавирустан һәләк булғандар һаны 18 кеше ине.
Вафат булған ирҙең кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына оҙатылған. Тикшереү һөҙөмтәһе пациенттың коронавирустан вафат булғанын раҫлаһа, уның үлеме рәсми статистикаға индереләсәк. Ғаилә ағзалары анализ тапшырған, уларҙа коронавирус табылмаған.
Пациенттың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа һәр кем үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлеген һаҡларға тырышһын ине.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланов
Читайте нас: