Яйыҡ
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 00:50

Радий Хәбиров коронавирус арҡаһында юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе менән бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе менән бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 17 йәшкә тиклемге балаларға киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға ҡәҙәр йәмәғәт урындарында ата-әсәһеҙ йөрөргә ярамай.
Шулай уҡ 15 июндән практик әҙерлек, шул иҫәптән төрлө категориялы транспорт водителдәрен уҡытыу менән бәйле өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары буйынса эшләгән мәғариф ойошмаларының эше тергеҙелә.
22 июндән штатта медицина персоналы булған балалар шифаханалары, профилакторийҙар һәм шифахана-һауыҡтырыу лагерҙары эшләй башлай.
15 июндән уларҙы асыуға әҙерлек башлана.
"Башинформ".
https://www.bashinform.ru/news/1460651-radiy-khabirov-vnes-izmeneniya-v-ukaz-o-rezhime-povyshennoy-gotovnosti-iz-za-koronavirusa/
Читайте нас в