Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә йылы һәм ямғырлы була. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, Рәсәй көнөндә, 12 июндә, республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Айырым райондарҙа көндөҙ йәшен, боҙ-борсаҡ. Ел көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17, көндөҙ+22, +27 градус була.
Шәмбе, 13 июндә,урыны менәнҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Термометр бағанаһы төндә 10-15 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа +5-кә тиклем, көндөҙ +19, +24, көньяҡта +28-гә тиклем.
Йәкшәмбе, 14 июндә, аяҙ һауа торошо була, республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы төндә +9,+15, көндөҙ +18,+22 градус тәшкил итә.
https://www.bashinform.ru/news/1460700-v-bashkirii-v-prazdnichnye-vykhodnye-budet-teplo-i-dozhdlivo/