Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июнь 2020, 14:05

Африка кешеһе

Бер көнө беҙҙең класс етәксеһен директорға саҡырҙылар. Апайыбыҙҙың йөҙөн борсолоу күләгәһе ҡапланы. Директорға юҡҡа саҡырмаҫтар, тимәк уныҡылар эш боҙған.Йә! Әйтегеҙ тиҙ генә, кемегеҙ ни ҡыйратты? Фәрит, әпәт тәмәке тартып тотолдоңмы? Кемеһе тотто, директормы, завучмы?--Ю-юҡ...-Беҙ күмәкләшеп Тәмәкесе Фәритте ҡурсауға алдыҡ:- Тотолманы, апай, тотолманы! Ул хәҙер аҡыллы, ул хәҙер подвалда тарта!

Африка кешеһе
Бер көнө беҙҙең класс етәксеһен директорға саҡырҙылар. Апайыбыҙҙың йөҙөн борсолоу күләгәһе ҡапланы. Директорға юҡҡа саҡырмаҫтар, тимәк уныҡылар эш боҙған.Йә! Әйтегеҙ тиҙ генә, кемегеҙ ни ҡыйратты? Фәрит, әпәт тәмәке тартып тотолдоңмы? Кемеһе тотто, директормы, завучмы?--Ю-юҡ...-Беҙ күмәкләшеп Тәмәкесе Фәритте ҡурсауға алдыҡ:- Тотолманы, апай, тотолманы! Ул хәҙер аҡыллы, ул хәҙер подвалда тарта!- Ҡалай шәп! Ә һеҙ нимә ҡарап торҙоғыҙ? Ә, Ғата? Һин бит староста!- Ә беҙ ҡарауыллап торҙоҡ! Тотолмаһын тип...- Шәпһегеҙ!Апайыбыҙ бер аҙ тыныслана төштө. Әммә һорау алыу дауам итте:- Илдус! Әпәт химия дәресендә колба шартлаттыңмы?- Шартлатманым! Төтәттем генә.- Уның өсөн генә саҡырмаҫтар! Ярай, киттем, тын ғына ултырып тороғоҙ.Хафаланып сығып киткән апай ҡояштай балҡып ҡайтып инде. Класс етәкеләрен ҡыуаныслы хәбәр әйтер өсөн йыйғандар икән.- Балалар! Беҙгә негр килә!- Ур-ра!- Ә ниндәй негр, апай, ҡап-ҡарамы!- Ҡаралыр инде, негр булғас.- Мин-мин-мин, апай!- Ғәзиз, миңелдәмәй генә һора!- Ярай. Ә ул кем?- Әйттем бит негр тип.- Юҡ, ул кем? Мына беҙ уҡыусылар. Ә ул кем?- Студент.- Ә уның апайы бармы?- Ниндәй апайы?- Теге, нейе, ҡатын-ҡыҙы?- Ҡатын-ҡыҙы тимәйҙәр инде. Ҡыҙы тигән.- Ҡыҙы?- Ҡыҙы барҙыр инде. Ағай кеше ҡыҙһыҙ йөрөй буламы... Бисәһе юҡ тейҙәр...- Нишләп?- Ул бит студент. Студентҡа кеше ашатыу анһат тип беләһеңме әллә? Ищщу балдаҡ һатып әпирер кәрәк.Тағы ла шулар билдәле булды. Негр студенты былтыр беҙҙең интернат-мәктәпте бөткән Ғилман ағайҙың курсташы икән. Мәскәүҙә ниндәйҙер уни.. уни... уни... ҡыҫҡаһы, институтта бергә уҡыйҙар. Беҙҙе яҡшы уҡығыҙ, тәрбиәселәрегеҙҙе, уҡытыусыларығыҙҙы гел тыңлап йөрөгөҙ тип өгөтләр өсөн саҡырғандар. Былтыр ҙа шулайтҡайнылар. Ә теге негр ағай эшселәр, буржуйҙар, социализм тураһында һөйләйәсәк. Сөнки ул революционер һымағыраҡ кеше тинеләр.- Сит әҙәм килгәндә үҙегеҙҙе матур тотоғоҙ, - тинеләр беҙгә линейкала. Йүгерешмәгеҙ, әләкләшмәгеҙ, сырылдашмағыҙ. Рифҡәт, галстугың менән тағы ла бер тапҡыр морон һөртһәңме, ҡара уны... негрҙы күрмәйәсәкһең, белдеңме?- Белдем, апай!- Африка революционеры алдында совет пионерҙарын һәйбәт итеп күрһәтергә тейешһегеҙ!- Шулайтып һөйләне завуч апай. Аҙаҡ өҫтәп ҡуйҙы:- Тағы ла шуныһы, негрҙы улайтып негр тип әйтмәгеҙ. Улар яман үсегә ти ул, негр тиһәң...- Ә кем тип әйтергә? – Уҡытыусыларҙан кемдер һаҡ ҡына һораны. Рәлиә Зәкировна икеләнеп ҡалды. Ысынлап та негрҙы негр тимәй кем тип әйтәһең?- Ҡара тәнле... ҡара тәнле... кем тип әйтергә икән? Африка кешекәйе тимәйһең бит инде (балалар пырх итеп ҡалды). Ну, ағай тип әйтергә була.Беҙ хәҙер ҡунаҡты Африка кешекәйе тип атай башланыҡ.Һәр класс берешәр һорау әҙерләне. Завуч был йомошто русса һәйбәт белгән уҡыусыларға ҡушты. Әлбиттә, беҙҙә иң шыма һөйләгәне Тәмәкесе Фәрит. Ул башланғыс синыфтарҙа урыҫ мәктәбендә уҡыған. Шуға ла русса хәтәр шәп һөйләй, йәтеш кенә итеп һүгенеп тә ебәрә. Таз-тоз гармунда уйнай, оятһыҙ көләмәстәр белә, таҡмаҡ әйтә, тауыҡ булып бейей. Ҡыҫҡаһы, төрлө яҡлап үҫешкән, үҙенә тиң белмәгән сағыу шәхес. Әммә уға негр ағайҙан йырағыраҡ йөрөргә ҡуштылар. Йә тәмәке һорар, йә берәр нәмә әйтеп ысҡындырыр тигәндәрҙер.-Һеҙҙең тормоштоң маҡсаты нимәлә?Ошо ябай ғына, әммә тәрән мәғәнәле һорауҙы Ғата (йән көйҙөрһә -Ҡата) өс көн алдан ятлай башланы. Ул бик тулҡынлана, сөнки тотош класстың абруйы уның ҡулында, дөрөҫөрәге, телендә. Отбойҙан һуң миңә килеп белешеп китте:- Һеҙҙең тормоштоң маҡсаты нимәлә?Бына ниһәйәт тулҡынланып көткән көн тыуҙы. Буранлы февраль башы, студенттарҙың каникулда йөрөгән мәле. Тантаналы йыйыштырылаған тамашалар залына саҡырҙылар. Беҙ, бишенсе синыф уҡыусылары, алғы рәткә теҙелеп ултырҙыҡ. Бер заман коридорҙа йән фарманға сапҡан тауыштар ишетелде, ҡойондай елеп Ғәзиз күренде:-Кешекәй килә! Кешекәй килә! Негр килә!Завуч ике ағайҙы эйәртеп килеп инде. Береһе беҙҙең ағай, Ғилман исемле. Ул ябыҡ ҡына өтөгөрәк кеше икән. Пинжәк аҫтынан водолазка кейгән. Икенсеһе төпөш кенә африкан ағай! Затлы аҡһыл “тройка” костюмда, зәңгәрһыу галстук, ялтырап торған туфлийҙар. Ҡултыҡ аҫтында ҡалын журнал. Көр генә үҙе, ҡорһағы сыға биреп тора. Революционерға бер нисек тә тартмай. Уларҙы космонавтар һымаҡ иттереп, рәсми һәм тантаналы таныштырҙылар. Мәктәп оркестры ниңәлер туш уйнаны.Районда ҡунаҡ булып йөрөгән студенттарҙың күрәһең йоҡоһо туймағандыр. Ваҡыт-ваҡыты менән иҫәнәп алалар. Тәүҙә завуч һөйләне, унан һүҙҙе Ғилман ағайға бирҙеләр. Негр ағай башҡортса аңламағас, теге журналын ҡараштырғылап ултырҙы.- Мин, балалар, күпме тырышһам да, отличник була алманым. Аттестатта гел өслө! Ана ултыра Гөлсөм апай, шулай бит, Гөлсөм апай?- Шул-лай, химиянан ырата алманың инде...- Ана ултыра Шаһисолтан ағай! Физиканан икеле сығара яҙҙың, шулай бит, Шаһисолтан ағай?- Шулай. Ну хулиган булдың инде үҙең былай...- Ә бит Мәскәүҙә уҡып йөрөйөм! Әйтер һүҙем шул. Пионерҙар! Өфөлә посупать итмәгеҙ! Барыбер инә алмайһығыҙ! Тырышһаң да шул, тырышмаһаң да шул. Мәскәүгә килегеҙ, сөнки Мәскәүҙә конкурс юҡ!Был сығыш педагогик яҡтан үтә зарарлы ине. Завуч рәхмәт әйтеп кисәге уҡыусыһын урынына ҡыуаланы.Африка кешекәйе русса арыу ғына һупалай икән. Ул Советтар Союзында йәшәүе һәм уҡыуы өсөн сикһеҙ шат булыуын әйтте. Бында, интернат-мәктәптә, балалар менән осрашыуы оло бәхет тине. Шул мәл Ғилман ағай урынынан тауыш бирҙе:- Ана бит, министр малайы, ә минең менән бер курста уҡып йөрөй. Бай балаһы ни ҙә, ярлы балаһы ни? Эш унда түгел! Эш беҙҙең илдә барыһының да тигеҙ булыуында!– тине. Унан тороп баҫты, завучҡа ҡарап баш эйҙе. Әйтерһең дә социаль тигеҙлекте нәҡ Рәлиә Зәкировна булдырған. Унан уйланып тора бирҙе лә, ниңәлер “рәхмәт” тине. Унан ултырҙы.Негр ағайҙың исеме Александр икән, Көнбайыш Африкалағы фәҡир бер илдән. Юҡ, мин революционер түгел тине. Революционерҙар илде бөлдөрөп кенә ҡалмай, хатта тарҡатыуға килтереүе ихтимал тине. Был беҙҙә аптыраш уятты. Африка кешекәйе дауам итте. Атаһы ниндәйҙер министрлыҡта эшләй икән. Ләкин уларҙың ғаиләһе ярлыларҙы ярата. Ярлыларҙы яратһалар ҙа үҙҙәре байҙар, сөнки юғары белем алғандар.Һорауҙар бирҙек. Ғата ла тороп баҫты:- Һеҙҙең тормоштоң маҡсаты?Был һорауҙы күрәһең һәр осрашыуҙа бирәләрҙер. Ағай усы менән ауыҙын ҡаплап иҫнәне, ялыҡҡан тауыш менән яуапланы:- Халыҡҡа хеҙмәт итеү.Ошо урында хатта иң кескәй пионерҙар ҙа аңланы: Африка кешекәйе халыҡҡа хеҙмәт итмәйәсәк. Ғилман ағай буржуй эйәртеп ҡайтҡан...Бөгөнгө заман күҙлегенән сығып шуны әйтә алам. Беҙҙе синфи көрәш ҡанундарында үтә ныҡ тәрбиәләп ташлағандар, күрәһең. Ярлы әҙәм - яҡшы әҙәм, бай кеше – насар кеше...Завуч апай тағы ла кемдең һорауы бар тигәс, Тәмәкесе Фәрит ҡул күтәрҙе. Руфина Зәкировнаның кәйефе былай ҙа төшкәйне, йөҙөндә хәҙер хәүеф сағылды. Ул бит былай ғына һорағайны, осрашыуҙы ябыр алдынан. Тәмәкесегә ышаныс юҡ, тотор ҙа ысҡындырыр берәй ярамаған һүҙ...Фәрит нишләптер һорауын Ғилман ағайға төбәне;- Ағай, мына уның аҡсаһы күп бит инде, ивет?- Ну.- Ана шул аҡсаһын ул ярлыларға таратып бирер инеме?- Нишләп? – Ғилман ағай аңламаны.- Һорап килһәләр?- Кемдәр һорап килһә?- Башҡа негрҙар. Йәки ярлы крәҫтиәндәр.- Кит әле. Башына тай типкәнме әллә уның, бушҡа аҡса таратып ятырға?Ғилман ағай негр дуҫына әле булған һөйләшеүҙе тәржемә итте. Тегеһе көлөмһөрәне, ипләп кенә нимәлер әйтте.Шым ғына һиһылдашып алдылар. Завуч апай баш сайҡаны, уҡытыусыларға ҡарап осрашыуҙы тамамлай башларға кәрәк тигән ым яһаны. Сөнки был һөйләшеү йәш пионерҙарҙы билдәһеҙ идеологик һаҙлыҡҡа тарта башлағайны. Кескәй генә концерт күрһәттек, шиғырҙар яңғыраны, йырлап ишеттерҙек. Африка кешекәйе менән Ғилман ағай сығып барғанда мәктәп оркестры йәнә туш уйнап ебәрҙе. Оркестр уҡыу йылы башында ғына төҙөлгәйне, шуға ла репертуарҙары әлегә бер көйҙән тора ине. Аҙаҡ мин үҙем дә шунда уйнап йөрөнөм, “альт -2” партияһында.Тарих уҡытыусыһына һүҙ бирелде, ул осрашыуҙы матур ғына иделогик ҡабыҡҡа төрөп йомғаҡлап ҡуйырға тейеш. Башта һорау бирҙе:- Йә, балалар, нимәләр белдегеҙ?- Ағай, ағай, ағай! Мин әйтәйемме? –Ғата, ҡушаматы Ҡата, ҡул күтәрҙе.- Йә әле, Сәфәрғолов!- Уларҙа, Африкала, негрҙар, әй, ҡара кешекәйҙәр насар йәшәй. Улар гел асығып йөрөй. Ә бына беҙҙең илдә кешеләр асығып йөрөмәй.- Сөнки...- Сөнки беҙҙең партиябыҙ... Беҙҙең партиябыҙ, КПСС... КПСС... үҙенең нейендә... - съезында...- съезында, теге ней, Брежнев иптәш, ней, Леонид Ильич, асығып йөрөргә ҡушманы.- Маладис, Сәфәрғолов. Дөрөҫ! Былай тип әйтер кәрәк уны.Сираттағы съезда илебеҙ айырым етешһеҙлектәр менән көрәшеү концепцияһын һәм илдең үҫеш стратегияһын ҡабул итте. Шулай бит, балалар!- Шулай!- Йә! Тағы кем әйтә?- Мин, мин, мин, ағай!- Нәҙербаева! Әйҙә! Һин нимәләр белдең?- Ул негрҙың усы ғына аҡ, ә үҙе ҡап-ҡара! Тырнағы ла ап-аҡ!- Ултыр! Алсынбаев!- Ә Ғилман ағай насар уҡыған! Шунан Мәскәүгә уҡырға ингән! Сөнки бында уны уҡырға алмаҫтар ине, физиканан икелеһе булғас! Тырышһаң да, тырышмаһаң да Өфөлә уҡырға инеп булмай!- Ултыр, дөрөҫ түгел!Осрашыу шулай фекер айырымлығы менән тамамланды.Ҡунаҡтар китте, негр ағай улырған ерҙә сит ил журналы ятып ҡалды. Онотҡан! Бәлки былай ташлап киткәндер. Раян беренсе булып журналды эләктерҙе, уҡытыусы Зәкиә апайға күрһәтте.- Апай, апай! Мында бер журнал ятып ҡалған!- Зәкиә апай насар күрә, әммә күҙлеген гел сисеп йөрөй. Шуға ла ул бер генә күҙ һирпте лә:- Ҡалһа ни, ҡалһын. Ана китапханаға алып бар.- Һеҙгә бирәм!- Юҡ, мин был “Огонек”ты уҡығанмын.- Был теге кешекәйҙеке!- Апарып бир!Раян аҫҡа ҡатҡа сапты, тик тегеләр ашханаға, байрам табынына, инеп киткәйне. Унан отбой булды, һөҙөмтәлә журнал минең дуҫтың ҡулында тороп ҡалды.- Раян уны тиҙ генә йәшереп ҡуйҙы, сөнки бер битендә СССР-ға ҡаршы төшөрөлгән алама һүрәт урынлаштырылған икән. Сит ил журналы тыуҙырған сәйер ҙә, мәҙәк тә хәл тураһында алдағы хикәйәлә тасуир ҡылғайныҡ
Нияз Алсынбаев
Читайте нас: