Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл айҡанлы төбәк етәксеһе ҡурай моңо аҫтында уның һәйкәленә сәскә һалды.
Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙур атлы һәйкәл Сосланбәк Тавасиев проекты буйынса барлыҡҡа килә, 1967 йылда асылған. Уны Ленинградтың “Монументскульптура” заводында ҡойғандар. Ошо эше өсөн Сосланбәк Тавасиев 1970 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ булған.
Рәсәй көнө айҡанлы Башҡортостан Башлығы Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды. Ул Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы асылған була. Һәйкәлде 1957 йылда эшләй башлайҙар, 1965 йылда тантаналы асыла. Фото: Башинформ.