Факиһа, һыйырҙарын һауып, үрешкә сығарып ебәрҙе, быҙауҙарын тәрбиәләп аҙбарға япты. Арманһыҙ булып арығайны ул, бөгөн етмәһә өй тулы ҡунаҡ. Хәкимйәнен дә ҡәйнәһе ,,ҡунаҡ һыйлап өйрәнһен,. тигән булып ултыртып ҡуйҙы, юғиһә үҙ эшенән бушаған арала ярҙам итә ине әле ул. Ҡунаҡ еңгәйҙәрҙең береһе,--Ҡуй, киленгә лә әҙерәк ял бирегеҙ,,--тигән ине, ҡәйнәһе ҡаты ғына тауыш менән; ,.ҡунаҡ булыр йәше етмәгән әле,— тине, берәү ҙә кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп. Башындағы мең төрлө уйҙар менән бутала-бутала Факиһа өйгә инде, әлдә аш бүлмәһендә берәү ҙә юҡ, бер аҙ тамаҡ ебетеп, үҙәк ялғап алыр... Юҡ, булманы, ҡунаҡ бүлмәһенән ҡәйнәһенең көр тауышы яңғыраны, ишек асылған тауышты ишеткәндер, ахырыһы;- Килен! Самауырҙы яңырт!Их, ниңә уны саҡ ҡына ла һанламайҙар икән? Факиһа самауырҙы сығып алды, уға ҡайнар һыу өҫтәп, ҡуҙ һалып, борҡотоп ҡайнатып, ҡунаҡ өҫтәленә сығарып ҡуйҙы. Ул ингәндә гөрләшеп ултырған ҡунаҡтар шымып ҡалды, күрәһең. ҡайһыныһы йәлләй.ә бәлки,ҡайһыһы мыҫҡыл да итәлер... Ана. күрше ауылдан килгән килгән еңгәйҙең күҙҙәрендә йәш емелдәй,ул бит уның тиңдәше, уның үҙенә әйткәне бар,--һинең кеүек үтә егәрле, күндәм киленде күргәнем юҡ, ыҙалатыуҙарына бер аҙ ғына ҡаршы торһаңсы,-тип. Өндәшә алмай Факиһа, анауы ажғырып торған ҡәйнәгә нисек ҡаршы әйтмәк кәрәк, етмәһә ул уның хәләленең әсәһе? Хәкимйәндең әсәһе лә, бер туған апайы ла шул тиклем уҫалдар, аңлай алмай уларҙы Факиһа,шуғамылыр бер аҙ ҡурҡа ла... Өләсәһе лә ҡаты ғына, тик ул артыҡ өндәшмәй, яҡлашып та ҡуйғылай. Бына Хәкимйән йыуаштың да йыуашы , ошо өс уҫал ҡатын янында үҫкәнгә лә үтә йыуаштыр инде.Факиһа, эштәрен бөтөрөп. сәйнүктең һарҡындыһын ғына ҡойолтоп сәй яһап эсте лә ире менән икеһенә аш бүлмәһендәге бәләкәй урындыҡҡа йоҡларға урын йәйергә кереште. Әммә ҡәйнәһе;- Хәкимйәнгә урынды түр бүлмәгә йәй, ҡунаҡ һыйлап арыны,меҫкенем,--ҡатыны янына сығып килеүсе улын, беләгенән тотоп кире борҙо.- Йә, Хоҙай! – тип тауыш сығармай, эстән генә уфтанды килен, ул килен булып төшкәне бирле нисәнсегә айырым йоҡлаталар инде. Әллә,- баланы күп табып ҡуймаһын,- тиҙәрме икән. әллә мыҫҡыл итеүҙәре шулмы? Күҙ йәштәрен эскә йотоп, ҡатын иренә урынды айырым йәйҙе. ,.Их, ир ныҡлығы булып айырым йоҡлап ятмаһын ине ул,юҡ шул. Әйтһәң бер генә яуабы бар:- Сабыр ит инде. йәнкиҫәк.Борһаланып-борғаланып ята торғас Факиһа йоҡоға китте. Күпме генә йоҡлағандыр инде,терт итеп килеп торҙо. Офоҡта ал ҡояштыңнурҙары сағыла, сикһеҙ матурлыҡ иртәнге таңда, ҡоштар һайрай, ысыҡ тамсылары емелдәй, тәбиғәт уяна. Хатта һыйыр мөңрәүе, быҙауҙар өзөлдәүе, кәзә-һарыҡ баҡырыуы үҙе бер таңғы йыр кеүек. Тик Факиһа иртәнге матурлыҡҡа оҙаҡ һоҡланып тора алмай - уны эштәре көтә: өс һыйырҙы һауаһы.быҙауҙарҙы тәрбиәләйһе, һөт айыртаһы, май бешәһе бар.Етмәһә, оло ҡәйнәһе лә иртәнге сәйгә ҡоймаҡ һорағайны...-Ҡайҙа, әхирәт, миңә лә берәй эш тап әле,- тигән тауышҡа ҡатын,миңә әйтәләрме икән, тип. аптырап, әйләнеп ҡараны, унда күрше ауылдан килгән ҡунаҡ еңгәй йылмайып тора ине.-Уй, юҡ-юҡ, ҡәйнәм һуҡраныр бит...-Ҡурҡма. Мин дә уға килен бит.Факиһа икеләнеберәк торҙо ла ҡәйнәһенән шыртлаһа ла, еңгәһенең һүҙен юҡҡа сығараһы килмәне һәм уға:- Ҡоймаҡ ҡоя тор,еңгәй, аласыҡҡа бөтөн кәрәк -яраҡты әҙерләп ҡуйғанмын,- тине. Еңгәһе мин һинең яҡлы, тигәндәй, матур итеп йылмайҙы ла аласыҡҡа инеп китте. Күңеле күтәрелеп киткән Факиһа ла еңел генә йөрөп ҡалған эштәрен бөтөрҙө лә өйгә сәй әҙерләй инде. Иртәнге сәй табынына йыйылдылар.Ҡоймаҡты ауыҙ иткәс, ҡәйнәһе:- Килен ҡоймаҡты оҫта ҡоя ул.-тип киленен маҡтап ҡуйҙы.- Эйе шул, бигерәк тәмле ,- тине лә ҡунаҡ килен, һаман да мейес тирәһендә булашыусы Факиһаға, - кил, апһын, сәй эйәһе менән татлы була, - тип өндәште. Табындағылар шым ҡалды.- Юҡ-юҡ, мин аҙаҡ, әле эш бөтмәгән,- яуапларға ашыҡты апһыны.- Үлгәндән һуң да өс көнлөк эш ҡала, тиҙәр... кил ултыр, - тине еңгәһе ҡабатлап. Факиһа юғалып ҡалды, күҙҙәрен селт-селт йомоп, ҡәйнәһенә ҡурҡып-аптырап һораулы ҡарашын ташланы.- Әйҙә, әсәһе, - тип Хәкимйән шылып урын бирҙе.Бер ҡасан да ҡәйнәләре менән бергә ултырып ашамаған, хеҙмәтсе фиғылында ғына йөрөүсе килен ҡурҡа- өркә генә ширлеккә килеп терәлде.- Етеш, килен. Ҡоймағың шул тиклем тәмле булған,- тигәйне еңгәһе , Факиһа, саҡ-саҡ сәсәп китмәй, уға ҡараны,еңгәһе ҡыйғас ҡаштарын дуғаландырып, уға күҙ ҡыҫты. Еңгәһенең аласыҡта ҡоймаҡ ҡойғанын күргән берҙән-бер кеше Хәкимйән дә уға рәхмәтле ҡарашын ташлап өндәшмәй генә йылмайып ҡуйҙы. Бер көн булһа ла ял итеп ҡалды Факиһа, дөрөҫ, эштән түгел, ә күңеле ял итте. Тик кискә еңгәй ҡайтып китте,тормош тағы ла үҙ ҡәлебенә һалынды. Эш-эш-эш...һәм ҡәйнәһенең туҡтауһыҙ битәрләүе... Хәкимйәне әсәһенә әйтеп ҡараны булһа кәрәк, әллә ҡоймаҡты ҡунаҡтың ҡойоуын һиҙенде-ҡәйнәһе тағы ла уҫаллаша төштө.Бер генә нәмә күңелен төшөрмәҫкә ярҙам итә Факиһаға-йөрәк аҫтында тибешкән йән эйәһе . Һыуҙы ла иртәнге һауындан алда ташып алыр кәрәк, юғиһә бер аҙ ғына һуңланыңмы - бөттө- ҡәйнәһе күнәктәрҙе осора тибә! Кеше малын тәрбиәләмәҫ элек, кисеүгә һыйырҙар төшмәҫтән алда алып өлгөрөр кәрәк. О-о, ул һыу менән булған янъялдар! Өйгә генә ташымайһың бит, мунсаға ла, кер йыуырға ла ташыр кәрәк, тибеп осорғансы иҙән йыуырға булыр ине... Тик был ғауғаларға Факиһаның өндәшмәүе генә сик ҡуя ине.Бына бесәнгә лә төштөләр.Сикһеҙ ярата Факиһа ошо ваҡытты. Кинәнеп,Хәкимйәне менән тигеҙ һелтәп саба. Бүтәндәр шикелле күбә арты ғына тырмап йөрөмәй, эйереп-эйереп алалар ҙа икеһе ике остан төшөп күбәләйҙәр. Кәбәнде лә матур һала ир,әммә маҡтаһаң :-Кәбәндең башында тора бит оҫта ослаусы,- тип Факиһаны маҡтай ҙа ҡуя инде.Быйыл арый Факиһа, тәүге бәпесенә ул тиклем түгел ине, быныһына ауырыраҡ йөрөй, тик зарланып өйрәнмәгәс, йөрөй бирә. Сапҡанда әллә ни һиҙелмәне, Хәкимйәне ике бакуй сыҡҡансы берәү сығып, сәй ҡайнатып йөрөп үткәреп ебәрҙе, йыйғанда ла хәленә күрә тырышты. Тик күбәләр күбәйеп китте. Хәкимйән ҡойошорға кешегә әйтергә уйлағайны, әлеге лә баяғы әсәһе һөйләнгәс, өндәшмәне, тешен ҡыҫып, ҡатынын ултыртып бесәнгә юлланды. Барып еткәс, ҡатынына:-Һин сәй ҡайнатып ҡына йөрөрһөң, мин кәбән ҡойошорға ағайымдарҙы алып киләм, һөйләшкәнмен,- тине лә күрше туғайға ағаһы менән еңгәһен алырға китте.Факиһаға ҡапыл ниҙер булды,күҙ алдары ҡараңғыланып китте, туҡтауһыҙ эсе,биле ауыртырға тотондо, ул ыңғырашып ергә ауҙы. Хәкимйән ағаһын һәм еңгәһен алып кире килгәндә ҡатыны ерҙә ыңғырашып-тулап ята ине инде.-Өҙлөктөрҙөгөҙ шикелле, бисараны, ял да күрмәй бит.-тине лә еңгәһе аңшайып торған иренә атты ауыл яғына ҡарай борорға, ә ҡәйнешенә арбаға бесән һалып тиҙерәк ауылға ҡайтырға бойорҙо.Ауылға ҡайтып еткәндә Факиһаның тауышы бөтөнләй бөткәйне инде, уны тотоп килеүсе еңгәһенең дә илауҙан йөҙҙәре шешенеп, тауыштары ҡарлығып, өҙөлөп киткән ине. Фелдьшер ауырыуҙың йөҙөнә генә ҡараны ла тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртты.Күпте күргән фелдьшер ҙә юғалыбыраҡ ҡалды.Оҙаҡ ятты Факиһа больницала. Көнө етмәй генә тыуған балаһы бәхетенә күрә теремек кенә ине. Уны тәүҙә әсәгә бирмәнеләр, тик әсә бер аҙ хәлләнеп бәпесен таптырғас килтерҙеләр. Ә Хәкимйән больницанан ҡайтманы тиерлек, көндөҙ эштә йөрөй ҙә,эштән һуң ыңғай больницаға килә. Ябығып, һурылып китте. Ҡатынының ҡулдарын ҡулына ала ла өнһөҙ-тынһыҙ уға төбәлә, ни уйлай, ниҙәр кисерә торғандыр инде-кем генә белә... Былай ҙа күп нәмәләрҙе белмәй ине Факиһа. Хәкимйән уны больницаға килтергәндән һуң ауылға ҡайтманы, төҙөлөшкә эшкә урынлашты, ғаиләлеләр өсөн төҙөлгән ятаҡтан бер бүлмә лә биреп ҡуйҙылар. Әсәһенә сикһеҙ асыулы ине ул. Бер кискә генә ҡайтып Салауатын ағаһы менән еңгәһе ҡулына ҡалдырып китте.Әсәһе ҡаршы төшөргә, үпкәләргә, апаһы ла сыпрандарға уйлағайны,өләсәһе өндәрен тыҡты:-Әйттем бит мин һеҙгә, аңларға теләмәнегеҙ, зерә ыҙалаттығыҙ киленде.Көҙгө ҡояш ағастарҙың ҡыҙғылт- һары япраҡтарын һаран ғына нурҙарына мансый. Ҡыш яҡынайыуын һиҙҙергәндәй,көн һыуыҡ ҡына, күктә унда-бында шыйыҡ болоттар күренә. Больницанан сыҡҡан Факиһа туҡтап ҡалды.- Ни булды?-тип һорай һалды Хәкимйән, ҡатынының ҡулдарынан тота һалып.- Бер ни ҙә. Көн ниндәй матур! Йәшәйһеләр килә,-тине ҡатын иренә ҡарап йылмайып.- Йәшәйбеҙ әле, йәнкиҙәк, тик һин мине бүтәнсә ҡурҡытма инде.Машина ҙур ғына таш йорт янына барып туҡтаны. Бүлмәгә ингәнсе Хәкимйән ҡатынына өндәшмәне, ә ингәс:- Бына ошо була инде беҙҙең артабан йәшәр ҡыуышыбыҙ, йәнкиҫәк,-тип йылмайҙы.- Ә ҡәйнәмдәр? –Факиһа уға аптыраулы ҡарашын төбәне.Ире өндәшмәй генә үтеп , баланы карауатҡа һалды, өндәшмәй генә ҡатынына сисененергә ярҙам итте, үҙе сисенде. Аңланы уны Факиһа, ,,шешеге,, тулып тишелгән икән, -тип уйланы ул. Иртәгәһен, хәлһеҙерәк булһа ла, тороп ашарға бешерҙе, өй таҙаланы һәм иренә:- Минең өсөн борсолма. Ҡәйнәмдәргә лә юҡ өсөн үпкәләп йөрөмә. Уларҙы алдағы йомаға саҡыр, ҡайнағаларға ла әйт, мин Салауатымды сикһеҙ һағындым,- тине. Үҙенә иренең ниҙер әйтергә уҡталғанын күреп: - Нисек, балаларҙы өләсәйһеҙ ҡалдырмаҡсы булаһыңмы? Ул бит һинең әсәйең, ә минең әсәйем дә юҡ. Ҡәйнәм миңә әсәйем кеүек.Кисереп өйрәнәйек, үҙебеҙҙең дә хаталар юҡ түгелдер,- тине. Килделәр ҡунаҡтар, бүлмә уларҙың тауышынан гөрләп торҙо.— Рәхмәт, киленем,- тине килененә ҡәйнәһе өҫтәл артында, күҙҙәренә йәш алып, кисерә күр инде мин йүләрҙе...– Ә минең һеҙҙе ғәйепләргә хаҡым да юҡ,бына ниндәй ул үҫтергәнһегеҙ һеҙ! Мин уның менән бик бәхетле,- тине килене иренә ҡарап. Ә Хәкимйән улы Салауатҡа төбәлгән ине, сөнки улы өләсәһенең алдына менеп ултырған да уны муйынынан һыға ҡосаҡлап, ике сикәһен супылдығы сығып үбә ине.–Дә-ә,-тип уйланы ир эстән генә,- ниндәй ҙур хата яһай яҙғанмын мин, әсәйем уҫал булһа ла беҙҙең өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер.Ул урынынан торҙо, әсәһе янына килеп , улы менән әсәһен ҡосағына алды, уның күҙҙәре тулы йәш ине:- Үҙең кисерә күр мине, әсәкәйем, юғалта яҙҙым бит мин һине,-тип шыбырланы ирҙең ирендәре. Бала, һыңар ҡулын өләсәһенең муйынынан ысҡындырҙы ла атаһының муйынына һалды һәм өләсәһе менән атаһын алмаш-тилмәш үбергә кереште...