Башҡортостан дауаханаларында тәүлек эсендә үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж яңы коронавирус инфекция диагнозлы пациенттар һаны дүрт кешегә артҡан. Шулай итеп, еспубликала үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған сирлеләрҙең дөйөм һаны – 12. 28 кешенең хәле ауыр тип баһалана. Тәүлек эсендә уларҙың һаны өсәүгә кәмегән.
«Уҙған тәүлектә 135 кеше һауығып сыҡҡан. Ошо осорҙа бөтәһе 1640 кеше һауыҡҡан», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
1470 пациент яңы коронавирустан өйҙә дауалана, сөнки инфекцияны еңел формала үткәрә. Стационарҙа – 1066.
Һуңғы тәүлектә лаборатория хеҙмәткәрҙәре 6016 тикшереү үткәргән, 5714 кеше тикшерелгән.
https://www.bashinform.ru/news/1460533-v-bashkirii-vnov-uvelichilos-chislo-patsientov-s-covid-19-pod-apparatom-ivl/