Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июнь 2020, 16:00

Сәнғәт институтының элекке ректоры Зиннур Нурғәлин 92-се йәшендә донъя ҡуйған.

Әҙәбиәтсе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының элекке ректоры Зиннур Нурғәлин 92-се йәшендә донъя ҡуйған.

Әҙәбиәтсе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының элекке ректоры Зиннур Нурғәлин 92-се йәшендә донъя ҡуйған.
Зиннур Әхмәҙи улы Нурғәлин 1928 йылдың 4 октябрендә Башҡорт АССР-ының Тамьян-Ҡатай кантоны Ташбулат ауылында тыуған (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы). Һуғыш йылдарында, бала ғына булыуына ҡарамаҫтан, колхозда тир түгә. 1944-1953 йылдарҙа тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй.
1953 йылда Силәбе педагогия институтын тамамлай. Шул уҡ йылда «Совет Башҡортостаны» республика гәзите редакцияһында үҙ хәбәрсе булып эшләй башлай. 1959 йылда Өфөлә өлкә юғары партия мәктәбенең журналистика бүлеген тамамлай. Һуңынан йәнә «Совет Башҡортостаны» гәзитендә бүлек мөдире һәм мөхәррир урынбаҫары булып эшләүен дауам итә. 1962 йылда – Журналистар союзына, 1978 йылда Яҙыусылар ойошмаһына инә.
1965-1968 йылдарҙа КПСС-тың Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһында уҡый. Тарихи темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай, һуңынан филология фәндәре докторы булып китә. 1968 йылдан алып Зиннур Нурғәлин Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй, уның ректоры (1988–2000), профессор була. 2000 йылдан алып Өфө сәнғәт академияһының философия һәм тарих кафедраһын етәкләй.
Ул 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. «Ағиҙел ҡайҙан башлана?», «Дәүерҙәр һулышы», «Хәҡиҡәт бәхәстә тыуа» һәм башҡа китаптары бар.
1978 йылда Зиннур Нурғәлинға «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән почетлы исем бирелә. Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты.
Ғалимдың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
https://www.bashinform.ru/news/1460697-ushel-iz-zhizni-uchenyy-professor-byvshiy-rektor-ugii-im-z-ismagilova-zinnur-nurgalin/
Читайте нас: