Яйыҡ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июнь 2020, 17:55

Һыуҙағы шайтан

Һалда йөрөп оҫтарған малайҙар, берҙәм ишеп, алдағы һалды Мөтөк тобаһына ҡарай ҡыуҙылар. Тоба ҡушылған урын тәрән булмағас, бында ауҙыбик һирәк һалалар. Бөгөн был йырында малайҙар ҡыҙыҡ күренешкә тап булдылар: элек Оло-Теләк районында райисполком рәйесе булып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялдағы Ишмөхәмәт бабай йә һыуға һикереп юҡҡа сыға, йә, һыуҙан ҡалҡып, ниҙер ҡосаҡларға маташып, шаптыр-шоптор кире һыуға сума.

Яҙҙың бер сыуаҡ йылы көнөндә малайҙар, уҡыуҙан иртәрәк сығып, Мөтөк тобаһына тиклем һалда ҡайтырға булдылар. Уларҙың ниәте – тобаға һалынған ауылдаштарының бер нисә ауын ҡарау, йылға буйындағы ҡыуышты барлап, уны йәйгә әҙерләү, тәүләп уха бешереп ашау ине. Биш-алты малай, шулар менән Ғәлим дә, дәрестәрен“иртәрәк” тамамлап, Аҙау ауылы осондағы ташландыҡ өйҙөң дүрт сөйлө таҡталарын алдылар ҙа, Инйәр буйына төшөп, һыуға дүртәр ҡоро бүрәнәле ике һал һаллап төшөрҙөләр ҙә, үҙҙәре тиҙ генә һикереп менеп ултырып, талғын һыу буйлап алға юлландылар. Мәлүм[1] бөтөп бара. Инйәр яйлап ярына ҡайта. Тирә-яҡ тыныс, хатта балыҡтар һикерешә, тертләп китәһең. Оҙаҡламай йәй етәһен белдереп, һауала гөжләп бал ҡорто һәм иңкештәр оса, биш-алты кәкүк йәлләмәйенсә йылдар өләшә.
Һалда йөрөп оҫтарған малайҙар, берҙәм ишеп, алдағы һалды Мөтөк тобаһына ҡарай ҡыуҙылар. Тоба ҡушылған урын тәрән булмағас, бында ауҙыбик һирәк һалалар. Бөгөн был йырында малайҙар ҡыҙыҡ күренешкә тап булдылар: элек Оло-Теләк районында райисполком рәйесе булып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялдағы Ишмөхәмәт бабай йә һыуға һикереп юҡҡа сыға, йә, һыуҙан ҡалҡып, ниҙер ҡосаҡларға маташып, шаптыр-шоптор кире һыуға сума.
Аптырашҡан һалсылар тоба моронона килеп ингәндә, бабай, тамам алйып, ярҙағы бысраҡ ләмле үләндә үҙ алдына кемделер яман һүгеп ултыра ине:
– Үәт, эт талағыр. Ике ауҙы йыртты, тағы тобаға инде, йүнһеҙ!
– Бабай ни булды? – тип ҡысҡырҙы Ғәлим бысраҡҡа сумып бөткән бабайға.
– Ә, уландар, һеҙ икән. Бында, ҡыҙыл балыҡмы[2], шайтанмы… ауҙы йыртты, үтәнән-үтәгә бер Инйәргә сыға, бер тобаға керә. Ике-өс мәртәбә ау менән ҡуша ҡосаҡланым үҙен, мине һыуға күтәреп бәрә лә һыпырта. Ул хәҙер тағы керәсәк, әйҙәгеҙ, ауҙы өс ҡатлашығыҙ әле, – тине малайға Ишмөхәммәт бабай, өмөт менән ҡарап. – Эләкһә, бөтәгеҙҙә һикерерһегеҙ, шунан ярға һөйрәрбеҙ. Юҡһа минең генә көс етмәй был шайтанға!
Бер һалды Инйәр ярына ҡағып бәйләп ҡуйып, икенсеһе менән тоба тамағына инеп, малайҙар бабайҙың оҙон ауын өскә бөкләп, һыуҙы тағы ла ҡаманылар. Ауҙы һалып та бөттөләр, ау киҫәктәре кинәт ныҡ итеп тоба эсенә тартылды. Бәхете күккә ашҡан Ишмөхәмәт бабай бысраҡ кейеме менән тағы ла һыуға һикерҙе. Уның артынан алты малай уҡыу кейемдәре менән шау-гөр килеп тоба тамағына сумды. Китте шау-шыу, көрәш. Ситтән ҡараған кеше һушһыҙ ҡалыр ине, сөнки кемдең ни тип ҡысҡырғанын, ни өсөн һыуға сумғанын малайҙар үҙҙәре лә белмәй ине.
Ниһайәт, шау-гөр бөтөп, алты малай, ауҙың алты осонан тотоп, ниндәйҙер бүрәнә менән бергә Ишмөхәмәт бабайҙы ла ярға һөйрәтеп сығарҙы. Теге бүрәнә тигәне һис тик тормай, бабайҙы йыға һуға. Ә тегеһе тора ла тағы теге тере “бүрәнә”не ҡосаҡларға уҡтала.
Бына бер саҡ әкиәттә һүрәтләнгән шайтанға оҡшап ҡалған малайҙар һәм туҙган аҡ сәсле ҡартлас яр башында тын ҡалдылар. Ауға сырмалып бөткән ҙур балыҡ, суртандыҡы кеүек ҙур тешле ауыҙын асып, ярҙа ауыр һикергеләп ята ине. Ҡасандыр дан булған ишле капрон ау йыртылып бөткән. Бабайҙың ҡулынан ҡан аға, бер итеге мәтегә убылып ҡалған. Тик ул һис тә туҡтай алмай:
– Вәт, шайтан, итекте йотто, хәҙер әбейгә ни тип әйтәм! Вәт, шайтан! – тип балыҡ аша бер тегеләй, бер былай һикергеләй. Оҙонлоғо ике метрҙан ашыу балыҡ бөтөнләй тын ҡалғанда, уҡыусы малайҙарҙың мәктәп формаларына йәбешкән мәте кибеп бөтөп, яйлап аҡтарылып төшә башлаған ине.
Балыҡтың айғолағы аша таяҡ менән төртөп индерелгән капрон арҡанды арҡыры күҫәккә бәйләп, алмаш-тилмәш килеп ҙур йыртҡысты һөйрәп, Ишмөхәмәт бабайҙың урамына килтереп еткергәндә, кис төштө. Бабай, итекһеҙ аяғына сатанлай-сатанлай, әбейенең кер йыуа торған ялғашына балыҡты һыйҙыра алмағас, әбейенә:
– Вәт, шайтан. Итекте йотто! Эсен ярһаң, ана балта менән яр, тик итекте сапма! – тип бик белдекле ҡиәфәттә аҡыл өйрәтеп маташа ине лә, әбейе:
– Һин үҙең ҡарт шайтан, ҡара үҙеңә! Шул малайҙар менән оҙаҡламай аҙаҡҡы ыштаныңды юғалтырһың әле Инйәр буйында! – тип бабайына уҫал ҡарашын төбәне.
Малайҙар, ихатанан сығып китеүҙе хуп күреп, тиҙ арала өйҙәренә таралдылар. Күп йылдар үткәс, әлеге малайҙар ир ҡорона ингәс, һыу инергә килгән һайын Ишмөхәмәт бабайҙы иҫкә алалар. Хәҙер был тобаға ҡыҙыл балыҡ түгел, сабаҡ та кермәй, ә Инйәрҙә инде хатта ташбаш та юҡҡа сыҡты.
Ғарифулла Япаров
Читайте нас: