Яйыҡ
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 13:11

“Ай Ирәкташ-Ирәкташ, Киртләс-киртләс һирәк таш”.

Яҡташыбыҙ Ирәкташта бәләгә тарыны

Белорет районында Ирәкташ (Инзерские зубчатки) туристарҙы йәлеп итә. Әммә ҡара урман аша барып етеү анһат түгел.
Ошо көндәрҙә аҙашҡан ирле-ҡатынлы туристарҙы эҙләп ҡотҡарыусылар подразделениеһы мәж килә. Бер юлы урманда осраҡлы рәүештә тигәндәй тап итеп (мобиль бәйләнеш тотмаған урында), ике Учалы кешеһенә лә ярҙам итәләр: үрҙән төшкәндә егет аяғын ауырттырған була. Ҡотҡарыусылар осрамаһа, бер ниндәй әҙерлекһеҙ урманда ҡунырға тура килер ине.... Ә Былай Белорет травпунктына илтелә. (Мәғлүмәт сығанағы - https://resbash.ru/news/proishestviya/V-Bashkirii-spasateli-nashli-zabludivshihsya-v-tayge-turistov-318311/)
Ҡомартҡы тураһында белешмә:
Ирәкташ (Инзерские зубчатки) — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Белорет районы биләмәһендә урынлашҡан.
Ирәкташ — ирәк һүҙенән барлыҡҡа килгән. Ирәк — киртләс, ырғаҡ һымаҡ тигән мәғәнәгә эйә. Тире тарттыра торған ҡулайлама ла шулай атала. Урыҫса атамаһын — Инзерские зубчатки — туристар Инйәр йылғаһы исеменән тештәр кеүек тырпайып торған ҡаяларына ҡарап биргән. Ҡаялар бер нисә саҡрымға теҙелеп киткән. Белорет районы буйлап Оло Инйәр һәм Тирлән йылғалары араһында төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. . Ул Оло Инйәр йылғаһы һәм Тирлән ҡасабаһы араһында урынлашҡан. Һырттың оҙонлоғо — 10 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 2 км яҡын, көньяғыныҡы 3 км яҡын, абсолют бейеклеге — 1161 м. Биләнле 3 өлөштән тора.
Рельефы ҡатмарлы. Асыҡ күренгән 3 өлөштән тора: 150 м яҡын тәрәнлектәге билән менән бүленгән көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ.
Тау биттәре тигеҙ (ауышлыҡ — 25—30 градус), көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә текә (ауышлыҡ — 70 градустан ашыу). Ҡырасында тигеҙһеҙ ашалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тештәр бар. Урта рифейҙың Егәлге свитаһы кварциттарынан һәм кварцитлы ҡомташтарынан тора. Мөғлүмәт Башҡорт Википедияһынан алынды.
Читайте нас: