“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфө ҡалаһының 5-се ҡала клиник дауаханаһы яңы медицина аппараттары менән тәьмин ителде.
700 мең һумлыҡ дүрт эндоскопик аспиратор-ирригатор, 2,4 миллион һумлыҡ ете пациент мониторы, 1,5 миллион һумлыҡ дүрт үпкәне яһалма елләтеү аппараты пациенттарҙы һауыҡтырыуҙа файҙаланыласаҡ.
Үпкәне яһалма елләтеү аппараты - бик ҡатмарлы ҡорамал, уның ярҙамында үпкәгә газлы ҡатнашма (һауа менән кислород) мәжбүри бирелә һәм бүленгән углекислый газ ҡыуыла. Аппаратҡа тоташтырыуҙың бер нисә варианты бар. Уны бөтә ауырыуҙарға ҡарата ла ҡулланмайҙар, бары үпкәнең ҙур өлөшө зарарланғанда, ныҡ шешенгәндә, организм газ алмашыныу функцияһын үтәй алмағанда файҙаланалар.
Пациент мониторҙары операция шарттарында, реанимация һәм интенсив терапия бүлексәләрендә ҡулланыла. Аспиратор-ирригаторҙар эндохирургик операцияларҙа киң файҙаланыласаҡ.
"Башҡортостан" (Д. Арсланова).
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.