Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 15:30

Юлда фажиғә

Йәнә бер кешенең ғүмере өҙөлдө

14 июнь Белорет-Учалы-Мейәс автоюлында йәнә бер кешенең ғүмере өҙөлдө. ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, киске сәғәт 7 тирәләрендә ВАЗ-2115 менән идара иткән 37 йәшлек водитель юлдан осоп төшә, автомобиль түңкәрелә. Водитель һәләк була, имгәнгән ике пассажир дауаханаға оҙатыла. Тикшереү бара, фажиғәнең хәл-шарттары асыҡлана. ЮХХДИ фотоһы. Юлдарҙа уяу һәм тәртипле булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтегеҙ!
Читайте нас: